Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
13 Апрель 2021, 10:00

Ҡоштар ҡайта йылы яҡтан...

Оҙайлы һалҡын ҡыш үтеп, еребеҙгә яҙ килә. Ҡояштың йылы нурҙары бар ғаләмде йылыта, уята.

Оҙайлы һалҡын ҡыш үтеп, еребеҙгә яҙ килә. Ҡояштың йылы нурҙары бар ғаләмде йылыта, уята.
Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе иң тәүҙә ҡоштар тоя. Ҡарабаш турғайҙың үҙенсәлекле, яңғырауыҡлы тауышы ишетелдеме – йылы көндәр килеүен көт тә тор. Ҡарғалар ҡарҡылдашыуы, сәүкәләр суҡылдауы – яҙҙың килеүенә ишара.

Урман-ҡырҙарҙа таң менән йөрөһәң, иң беренсе ҡубырсыҡ тауышын ишетәһең, уға тумыртҡа туҡылдауы ҡушыла. Улар шулай үҙҙәренә пар эҙләй. Тимергә һуҡҡандай, “тк-тк-тк”, шунан “ш-ш-ш” тигән тауыш ишетелһә, һуйыр булыр. Әскернә итеп сәрелдәк тауыш ишетелһә, был – ҡорҙоң моңо.

Эйе, ергә яҙ килә. Көндәр тағы йылытып, тирә-яҡ ҡарҙан әрселһә, күктә тупҡа берләшкән йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар төркөмө күренә. Тыуған иленә ашыҡҡан, ашҡынған ҡоштарҙы көндөҙ күреү бик икеле. Бәлки, төндә уларҙың йондоҙҙарға төҫмөрләп осоуы дөрөҫтөр ҙә. Шуға ла кистәрен тышҡа сыҡһаң, таңды урманда ҡаршылаһаң, ҡайһы берҙә ҡоштарҙың ҡанат ҡағыуын, “сыйылдашҡан”, “пырыл­дашҡан” тауыштарҙы ишетергә, үҙ-ара хәбәрләшеүҙәренән ҡараңғы күктә ниндәй ҡош осоп барыуын белергә була.

Былтыр яҙ Бикеш менән Һаҡмар ауылдары араһында иҫ киткес күренештәргә тап булдым. Яланды тиҫтәләрсә, юҡ, йөҙҙәрсә торна ҡаплап алғайны. Кәүҙәгә метрҙан ашҡан, ҡыҙыл башлыҡлы Канада торналарын көҙ ҙә ошо тирәлә осратҡайным. Күрәһең, Баймаҡ ере уларға туҡтап ял итеү өсөн оҡшап ҡалған.

“Торайыҡ”, “торайыҡ” тип тирә-яҡҡа яу һалған, матур итеп бейегән ҡоштарҙы йүгереп йөрөп фотоға төшөрөп туйып та өлгөрмәнем, арыраҡ яланға төшкән аҡҡоштарҙы күреп ҡалдым. Бахырҙар, һыуһыҙ ерҙә нишләйҙәр? Ул ғына түгел, арыраҡ ҡар һыуы менән тулған бәләкәй генә күләүектәрҙә өйрәктәр мыжғый. Һауала ҡыр ҡаҙҙары күренә. Бына һиңә әкиәт донъяһы! Бына һиңә Алламдың биргән ғәләмәте! Мин ялан буйлап фотоаппаратымды кемгә тоҫҡарға белмәй сабам. Был күренештәрҙән башым әйләнгән...
Читайте нас: