Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Март 2021, 12:00

Шәшке

Йыл һайын ҡыш башланыу менән Башҡорт дәүләт тәбиғи ҡурсаулығында шәшке иҫәбен алыу эштәре башҡарыла. Быйыл 62 шәшке иҫәпләнгән.

Йыл һайын ҡыш башланыу менән Башҡорт дәүләт тәбиғи ҡурсаулығында шәшке иҫәбен алыу эштәре башҡарыла. Быйыл 62 шәшке иҫәпләнгән.
Был йәнлекте нисек һанайҙар икән – был һорау, әлбиттә, күптәргә ҡыҙыҡтыр. Был ғилми эш шәшкенең йәшәү рәүешенә бәйле - ул йыл әйләнәһенә тип әйтерлек һыу эргәһендә йәшәй. Шәп сума, шәп йөҙә. Хатта һыу төбөндә ятҡан нәмәләргә тотоноп һыу төбөнән атлап та китә ала. Ашағаны балыҡ та баҡа, тигәндәй. Тура килһә, сысҡанды, ҡыҫаланы, селәүҙе, ерҙә йомортҡа баҫып ултырған ҡошто, уларҙың йомортҡаларын да ашай.

Урыҫса исеме – норка. Ҡайһы берәүҙәр был исемде шәшкенең өңдә (нора) йәшәүенә бәйләй. Шулай ҙа был фараз дөрөҫлөккә тап килмәйҙер. Улайға китһә, өңдә бер шәшке генә йәшәйме? Был исем, моғайын, нырять (сумыу) һүҙенә бәйлелер. Был фараз менән күптәр килешәлер.

Шәшке йылға буйҙарын ҡыш көнө лә ташламай. Йылға буйында ҡолаған ағас, эреле-ваҡлы дүңгәктәр булһа, йылғаның ярҙары текә булһа, шәшке өсөн бигерәк шәп. Ә ҡурсаулыҡтың күпселек йылғалары тап шулай. Яҙғыһын шашып аҡҡан ҡар һыуҙары уның ярҙарын йыуа. Ҡыш көнө йәйелеп киткән шәре ағастарҙың яйлап сереүенә, тора-бара йығылыуына булышлыҡ итә. Йәй көнө йылға күпкә кәмей төшә. Һөҙөмтәлә, һыуһыҙ ҡалған үҙәндәрҙә дүңгәктәр барлыҡҡа килә. Шәшкегә бындай йылғала көн итеүе бигерәк хөрриәт. Ә шулай ҙа шәшкенең көн итеүендә бер үҙенсәлек бар – ул ҡыш осоронда йылғаның туңмаған өлөшөндә йәшәй. Иҫәп-хисап эштәре тап ошо үҙенсәлеккә бәйле. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡурсаулыҡ йылғалары буйлап үтә һәм шәшке эҙҙәрен иҫәпләй. Сама менән бер шәшке 250-300 метр арауыҡты биләй һәм шунда йәшәй. Шәшке һаны ошо биләмәләр һанына ҡарап асыҡлана.

Иҫәп эшендә тағы бер үҙенсәлек бар – иҫәп эштәрен башҡарғанда ҡарҙың тәрәнлеге 15 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Эш шунда, шәшке йоҡа ҡарҙа ғына шәп йөрөй ала. Тәбиғәт уға оҙон, көслө һәм һығылмалы буй биргән. Ә бына аяҡтарға оҙонлоҡ бирергә йәлләгән. Улары ҡыҫҡа ғына. Дүрт ҡарыш кәүҙәгә ни бары ярты ҡарыш аяҡ. Боронғо үлсәмде иҫебеҙгә төшөрөп китәйек әле. Бер ҡарыш – ул баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡты яҙып тотҡан ара. Бер ҡарыш сама менән 10-12 см тирәһе була.

Шуға күрә ҡар тәрәнлеге 15 сантиметрҙан артып китте икән, шәшке ул ҡарҙан йөрөй алмай. Дөрөҫөрәге, аяҡтар ергә буйламай. Ә шәшке барыбер яйын тапҡан. Ҡар тәрәнәйеп китһә, ул ҡар өҫтөнән йөрөп ыҙаламай, ә ҡар аҫтында өң-юлдар эшләп ала. Етмәһә, ҡолаған ағасы, дүңгәге, текә яры булған йылғаларҙа ҡыуышлыҡтар күп була. Хәҙер шәшкегә ҡар өҫтөнә сығыу артыҡ кәрәкмәй. Ул ҡар аҫтындағы өң-юлдар буйлап йөрөп көн итә башлай. Баяғы норка исеме ошоға бәйле инде.

Бына ошондай матур урман йәнлеге көн итә беҙҙә. Әммә күңелде ҡырып торған бер урын бар - бөгөн беҙҙә үҙебеҙҙең шәшке көн итмәй. Ваҡытында барҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Ә бәлә көтмәгән ерҙән килә. Бынан йөҙ йыл самаһы элек ҡайһы бер әҙәмдәр Европаға Американан шәшке алып килергә ҡарар итәләр. Нәфсе ҡоторта уларҙы. Йәнәһе лә, америка шәшкеһе кәүҙәлерәк, шуға күрә уның тиреһе лә ҙурыраҡ. Етмәһә, тип уйлаған улар, был осраҡта шәшке артынан урман буйлап сабып йөрөргә кәрәкмәй. Сөнки алып киленгән шәшкеләрҙе махсус рәүештә эшләнгән ситлектәрҙә аҫрап була! Шулай уйлаған кеше. Һәм шулай эшләгән дә. Ысынлап та, тәү осорҙа кешенең уйы тулыһынса бойомға ашҡан. Ситлектәрҙә аҫралған шәшкеләр мул табыш килтергән. Әллә кеше бер аҙға уяулығын юғалтҡан, әллә Америка шәшкеһе йылғыр булып сыҡҡан, әммә бер мәл был йәнлектәр ситлектән сығып ҡасҡан! Бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Ниндәйҙер бер өлөшө. Ярай, артыҡ зыян юҡ, тип артыҡ бошонмаған кеше. Үлеп бөтөрҙәр әле, тип ҡул һелтәп ҡуйғандар. Әммә тәбиғәткә ҡасҡан шәшкеләр үтә әрһеҙ булып сыҡҡан. Улар Европа урмандарына бик тиҙ яраҡлашҡан һәм үтә әүҙем үрсей башлаған. Бөгөн улар шул хәтлем ныҡ үрсегән, хатта үҙенән бәләкәйерәк һәм көсһөҙөрәк булған урындағы шәшкене ҡыҫырыҡлап сығара башлаған. Бына шулай, бөгөн Европаның күп урмандарында Америка шәшкеһе көн итә. Кемдер, бындай хәүеф беҙгә янамай, Европа ҡайҙа ла Башҡортостан ҡайҙа, тип битараф ҡына уйлап ҡуйыр. Әммә беҙҙә лә хәл мөшкөл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡурсаулыҡ урмандарында Америка шәшкеһе көн итә. Үҙебеҙҙең шәшке әллә һаҡланып ҡалған, әллә юҡ, быны әйтеүе ҡыйын.

Бөгөн ҡурсаулыҡ өсөн урындағы шәшкеләр һанын асыҡлау һәм уларҙы һаҡлап алып ҡалыу буйынса барлыҡ мөмкинлектерҙе ҡулланыу мөһим.
Читайте нас: