Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Февраль 2021, 10:00

ТАЙЫШ ТАБАНЛЫ ТАРИХ

...Әсәйем айыуҙы салғыһы менән эләктереп йыҡһа, апайым һәнәге менән түшенә ҡаҙар әле, тип уйлайым бала аҡылым менән... Шырлыҡ араһынан елдерәбеҙ генә.

...Әсәйем айыуҙы салғыһы менән эләктереп йыҡһа, апайым һәнәге менән түшенә ҡаҙар әле, тип уйлайым бала аҡылым менән... Шырлыҡ араһынан елдерәбеҙ генә.
...Айыу тураһында һүҙ сыҡһа, бала саҡтағы бер ваҡиға иҫкә төшә. Әсәйем, апайым һәм мин өсәүләп кенә ауылдан йыраҡта ятҡан сабынлыҡҡа бесәнгә йөрөйбөҙ. Сөнки, урманлы ерҙә йәшәгәс, берҙән, сабынлыҡтар самалы, икенсенән, ауыл тирәһендәгеләрен яҙлы-көҙлө мал тапағас, үлән үҫмәй йонсота. Был алыҫтағы бесәнлегебеҙҙә ҡоро йәйҙә лә бесән булмай ҡалмай.

Салғы-һәнәктәребеҙҙе йөкләп, ашарға ризығыбыҙҙы артмаҡлап ҡара урман аша йәйәү китәбеҙ. Етмәһә, бик текә, бейек һәм оҙон тауҙы менеп, теге яғына шырлыҡ аша кире төшөргә кәрәк. Юлда ҡысҡырып, һыҙғырып, үҙебеҙсә “айыуҙы ҡурҡытып” барабыҙ.

Өҫтәүенә, йәй ҡорораҡ булһа, сабынлыҡтағы әрәмә эсендәге ҡойоно ҡаҙып үҙебеҙ эшләп алған ҡоҙоҡ ишаратыбыҙ ҡорой ҙа ҡуя. Шунан һыу эҙләп бесәнлектән ары 200-300 метр (бәлки, 400 метр ҙа булғандыр) ерҙә шырлыҡ эсендә ағып ятҡан шишмәгә китәбеҙ. Тирә-яҡты ҡарана-ҡарана, ҡапҡастары менән баҡырсаларыбыҙға һуға-һуға барабыҙ. Йәнәһе, һаҙҙа ятҡан айыуҙы ҡурҡытабыҙ, уны, беҙ киләбеҙ, китә тор, тип иҫкәртәбеҙ.

Тап айыу төйәк итә торған ер инде ул тирә. Эргәлә кеше-маҙар юҡ, техника юлы юҡ, ауылға йыраҡ... Был Урта йорттоң ысынлап та айыуы бар икәнен дә беләбеҙ. Ҡайһы саҡ бер көн сәй ҡайнатып эскән усағыбыҙҙың көлө икенсе көн килеүебеҙгә тырналған була. Эргә-тирәлә лә тайыш табандың эҙҙәрен күрергә мөмкин: тегендә ер соҡолған, бында ҡайындарҙың ап-аҡ тәнендә тырнаҡ эҙҙәре шәйләргә мөмкин, йә булмаһа муйыл емештәре һыпырылған, үләндә аунаған, хатта сабырлыҡ та түгел... Тимәк, төндә урман хужаһы биләмәһен тикшереп йөрөй тигән һүҙ.

Сираттағы бесәнгә барған көнөбөҙ. Ҡара урман эсендә өсәүбеҙ генә. Көн аяҙ булғас, бил яҙмай тырышабыҙ. Аяҙҙа шаптырҙап кипкән бесән ҡурап, тамам һынып бөтмәҫ борон күбәгә ултыртып ҡалыу маҡсат. Ҡапыл ямғыр яуып ебәрһә лә эште бутҡа итә тигән һүҙ. Былай ҙа ямғырға эләккән бакуйҙарҙы тегеләй-былай айҙандырып хәл бөтә.

Инде көн кискә ауышты. Йыйған бесәнде күбәләп бөтөү өсөн йән фарман тырышабыҙ. Шул ваҡыт, ер тетрәнеме ней, эргәләге генә урманда нимәлер гөрҫ итеп ҡалды. Бер ҡауымдан йәнә ҡабатланды. Елле күҫәк менән ниндәйҙер ҡаты нәмәгә һуҡҡан һымаҡ тауыш та ишетелеп китә. Был тауыш теге беҙ һыуға барған яҡтағы ҡара урмандан килә...
Күп тә үтмәй, үтә ҡалын тауыш менән ҡарға ҡарҡылдай башланы... Тағы ла ниндәйҙер тауыш сыҡты...

Мин әсәйем менән апайыма, әйҙәгеҙ, ҡайттыҡ, ана бит айыу йөрөй, тейем. Әсәйем, ҡурҡма, ҡоҙғон бит ул, ҡайтабыҙ былай ҙа, хәҙер бына ошо күбәне генә бөтәйек тә, тип йүгереп йөрөп күбәләй. Тағы ер тетрәне. Быныһы инде яҡыныраҡ. Әсәйемдең “ҡоҙғоно “ елле лә икән...

Минең бөтөнләй быуыным бөттө. Хатта эйерем өҫтөнә ултыра төштөм. Әсәйем үҙе лә, алаҡандап, теге яҡҡа ҡарай-ҡарай йөрөй икән... Ул арала ағас шатыр-шотор итеп ҡалды. Унан бер елле киҫкә ауҙы, ахыры, дөп итеп ҡалды... Әсәйемә, сәй эскән ергә барып тормай, өҫкә сығып ҡайтайыҡ та китәйек, тип иламһырап ялбара башланым. Сөнки теге тауыш шул сәй эскән урыныбыҙҙан бер 20-30 метр ғына ерҙәге урмандан ишетелә. “Барайыҡ, айыу кешегә теймәй бит ул. Алып ҡайта торған нәмәләр бар. Етмәһә, көсөгөбөҙ көтөп ята. Ул бит беҙгә ышанып килгән, ҡалдырырға ярамай уны”, тип әсәйем һәнәгенә таяна-таяна теге гөрһөлдәү ишетелгән яҡҡа ыңғайланы. Артыҡ һүҙ һөйләп бармаған эшкә әрһеҙ, минең һымаҡ “аҡһөйәк” булмаған ҡатынҡы апайым да уға эйәрҙе. Инде быуынһыҙланып ергә ултырып алған миңә лә ырғып тороп уларға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Көсөк һылтау инде. Уны минең ныҡ яратҡанды белә, шуның менән әүрәтмәксе... Бәләкәй генә әле көсөгөбөҙ. Күбәләк, башҡа бөжәктәр тотоп ашаһын, тип алып йөрөгән булабыҙ.

Тиҙ-тиҙ генә әйберҙәрҙе йыя башланыҡ. Нимәнелер сеткаға һалам, ләкин ул моҡсайымдың тышында була ла ҡуя. Ҡулым ҡалтырап, яңылыш һалып тик ултырам икән. Инде йыйынып бөтөп кенә бара инек, күк күкрәнеме ней – аяҡ аҫтындағы ер һелкенеп китте. Теге “бабай” бер ағас менән икенсеһенә һуҡты, ахыры. Көсөгөбөҙ ҙә ятҡан еренән ырғып тороп, тауыш килгән урман яғына ҡолаҡтарын тырпайтып ҡарап ҡатты. Инде өсөбөҙ ҙә, команда бирелгән һымаҡ ырғып тороп, ҡайтыу яғына йүгергәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әсәйем салғыһын, апайым һәнәк эләктереп алған булғандар. Күрәһең, үҙҙәренсә ҡоралланыуҙары инде.

Әсәйем айыуҙы салғыһы менән эләктереп йыҡһа, апайым һәнәге менән түшенә ҡаҙар әле, тип уйлайым бала аҡылым менән... Шырлыҡ араһынан елдерәбеҙ генә. Сөнки ҡәҙимге бесәнгә йөрөгән юлыбыҙ баяғы дөпөлдәгән тауыш яғынаныраҡ үтә.

Йөрәкте усҡа тотоп, манма тиргә батып, саҡ ҡайтып еттек ауылға.
Әсәйем был хәлде һөйләгәс, бер көтөүсе ағай: “Ярай, мәлендә китеп ҡотолғанһығыҙ. Кискә ҡарай ҙа һаман китмәгәсегеҙ, айыу һеҙгә үҙенең биләмәһенән китергә оран биргән. Йәненә тейеп, китмәй йөрөһәгеҙ, эргәгеҙгә барып та сығыр ине”, тигән...

(Бәлки, һеҙҙең дә күңелегеҙҙә айыу менән осрашыу тарихтары йәшәйҙер. Әйҙәгеҙ, бергәләп “сәйнәп” алайыҡ урман хужаларын...)
Читайте нас: