Үҙем тәүге тапҡыр бүрегә Тимер ауылынан оло юлға йәйәүләп сығып килгәндә тап булдым.
Ноябрь, декабрь айҙары ине, шикелле. Апаруҡ ҡына ҡар ҙа бар. Фотоаппаратты тоҫҡап, тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрә-төшөрә оло юлға табан атлайым. Ҡапыл фотоаппарат объективы аша юл ситендә сыуалашҡан эт көсөктәре күҙгә салынып ҡалды. «Был ни ғәләмәт?» - тип текләберәк ҡарайым. Эйе, ысынлап та эт көсөктәре шул.
Кәүҙәгә елле генәләр. Тиреләренең төҫө генә ниңәлер күкһел-һорғолт булып күренә. Ни эшләп япа-яңғыҙ урман юлында йөрөй һуң әле көсөктәр? Моғайын, был мәхлүктәрҙе берәйһе аҙаштырғандыр. Үәт, ҡанһыҙҙар! Улай тиһәң...Ҡапыл күҙгә көсөктәрҙән бер аҙ ситтәрәк боҫоп ятҡан елле эт күҙгә ташланды. «Бүре лә баһа!». Йөрәк «жыу» итеп ҡалды. Балаларын һунарға өйрәтеп маташҡан инә бүрегә юлығыуым шулайыраҡ булды.
«Артабан ни эшләргә?» - тип аптырап ҡалдым.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенән уҡығыҙ (8 ғинуар)