Шулай итеп, «урман санитарҙары» йылдан-йыл ишәйә. Ололар әйтеүенсә, һуғыш йылдарында ла бүреләр бөгөнгөләй күп булған.
Ә инде был йыртҡысты аулау өсөн таҫыллыҡ та, оҫталыҡ та, дәрт тә талап ителә. Үкенескә ҡаршы, бүрегә ҡаршы сыға алырҙай көслө һунарсылар һирәк хәҙер. Шулай ҙа бар ундайҙар. Исламбай ауылында йәшәүсе Вәкил Мырҙағолов та шундай ғәйрәтле һунарсыларҙың береһе. Әйткәндәй, Вәкилдең олатаһы Низаметдин бабай ҙа оҫта һунарсы булараҡ шөһрәт ҡаҙанған, йөҙҙәрсә айыу-бүре алған кеше. Билдәле рәссам А.А. Кузнецов уға арнап картина ижад иткән. Рәссамдың «Бөрйән айыусыһы» тип аталған был эше Мәскәү ҡалаһының Третьяков галереяһында һаҡлана икән. Гәзит уҡыусылар иғтибарына ошо билдәле Бөрйән һунарсының ейәне менән булған һөйләшеүҙе тәҡдим итәм:
- Ғүмеремдә бөтәһе 15 бүре алдым, - тине Вәкил әңгәмә башында. - Дүртәүһен – тере көйөнсә.
- Нисек инде? – тип аптырайым мин.
- Һыбай баҫтырып, ҡороҡлап тотоп.
- Булмаҫ!
Ышанмауымды аңлағас, был хаҡта бәйнә-бәйнә тасуир итергә тотондо Вәкил:
-Ауыл тирәһенә бер өйөр бүре килеп киткәнен эҙҙәренән һиҙгәйнем инде. Атҡа ултырҙым да һыбай ҡыуырға төштөм. Яурында – мылтыҡ, ҡулда – осона ҡороҡ бәйләнгән оҙон ғына һайғау, кеҫәлә бүрене бәйләр өсөн ныҡлы бау ҙа бар...
- Ниңә атып ҡына алмаҫҡа? Тереләй тотоу хәүефле бит?
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ғинуар һанынан уҡығыҙ.