Борон ата-бабаларыбыҙ бүрене һыбай баҫтырып, суҡмар менән һуғып алған. Ул ваҡытта халыҡ бик тә ғәйрәтле булған шул. Ашағаны – ит, эскәне – ҡымыҙ. Саф һауа һулап, таҙа һыу эскәс, ауырыуҙың ни икәнен дә белмәгән, үҙен ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы итеп тойған әҙәм. Әммә йәшәйеш ҡанундары етеҙ тиҙлек менән үҙгәрә.
Бөгөн бөтөнләй башҡа төрлө шарттарҙа ғүмер кисерәбеҙ. Һәм күптәр был үҙгәрештәрҙе ыңғай тип баһалай. Шулай ҙа, тынсыу таш йорттарҙа йәшәүебеҙҙе, крандан әҙер һәм шул уҡ ваҡытта бысраҡ һыу эсеүебеҙҙе, газлы, ағыулы һауа һулауыбыҙҙы, телевизорға, компьютерға, телефонға текләп, хәрәкәтһеҙ ултырыуыбыҙҙың артыуын иҫәпкә алғанда, кешелек тормошондағы үҙгәрештәр әллә ни ҡыуандырырлыҡ түгел. Ә инде бүрене һыбай баҫтырыр өсөн хәлебеҙ ҙә, ҡыйыулығыбыҙ ҙа етмәйәсәк. Һунарсымын, тип мылтыҡ тотҡандарҙың бар донъяһын онотоп мөхәббәт йыры йырлаған һуйыр-ҡорҙарға, өңөндә етенсе төшөп күреп, тәрән йоҡоға талған айыуҙарға, бәлки, миңә теймәҫ, тип һаҡһыҙлығын юғалтҡан мышы-ҡоралайҙарға ғына көсө етә бөгөн.
Бүреләр шаша
Урмандарҙа бүре шашына. Ҡоралайҙарҙы көтөүе менән юҡҡа сығарып, хәтһеҙ мышы-маралдарҙың башына етеп, туҡланырлыҡ йән эйәһе ҡалмағас, ауылға ла йышыраҡ һөжүм итә башланы улар. Аяуһыҙ йыртҡыстарҙың кәртәләргә инеп, малды тамаҡлау, эттәрҙе ҡырыу күренештәре һәр ауылда тиерлек булып тора. Ул ғына ла түгел, бүреләрҙең әҙәмгә ташланыу осраҡтары ла билдәле. Бынан 20-30 йыл элек нәҡ ошо ҡанһыҙ йыртҡыстар арҡаһында Бөрйән урман хужалығы участкаларының береһендә эшләүсе ҡарауылсының ғүмере өҙөлдө. Будкаһынан сығып, һыуға барған арала бүреләр ҡамап та алған тегене. Меҫкендең быймаһында ғына ит киҫәктәре ҡалған...
Ағиҙел ҡасабаһында ла бүреләрҙең өйөрө-өйөрө менән йөрөгәне булды. Бер төндө минең кәртә-ҡурамды «тикшереп» сыҡҡандар, мал аҙбарының ишеген кимереп маташҡандар. Шул уҡ өйөрҙө эңерҙә ауыл уртаһында ла шәйләп ҡалғандар. Әммә ауыл халҡы юл уртаһында аунаған иҫерек әҙәм эргәһендә сыуалған бүреләрҙе эт өйөрө тип ҡабул иткән. Әгәр ҙә шул мәлдә машина килеп сығып, ут яҡтырып, йыртҡыстарҙы өркөтөп ебәрмәһә, әлегә меҫкен иҫерек бәндә бүре ҡорһағында ятыр ине.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенән уҡығыҙ. (8 ғинуар).