Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
21 Октябрь 2020, 14:00

ТАЙЫШТАБАНДАР ҘА СОЛОҠСОЛОҠ МЕНӘН «ШӨҒӨЛЛӘНӘ

Солоҡ ҡорттарының урындағы популяцияһын һаҡлау менән шөғөлләнеүсе ҡурсаулыҡҡа айыуҙарҙың ниндәй зыян килтереүен күптәр, моғайын, күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр.

Солоҡ ҡорттарының урындағы популяцияһын һаҡлау менән шөғөлләнеүсе ҡурсаулыҡҡа айыуҙарҙың ниндәй зыян килтереүен күптәр, моғайын, күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр.
Урман хужаһы шәрбәтте ныҡ ярата, уға иң татлы һәм шифалы солоҡ балы айырыуса оҡшай. Айыуҙың русса исеме лә шуға бәйле бит – “медведь”. Быйыл ҡурсаулыҡтың 43-сө кварталында бер татлытамаҡ хеҙмәткәрҙәрҙең теңкәһен ҡоротҡан.
Солоҡсолоҡ тармағы начальнигы Мансур Әзекәев бына нимәләр һөйләй: “Йәй аҙағында дәүләт инспекторы-солоҡсо Хәлил Ырыҫбаевтың биләмәһендә бал ҡорттары төйәк иткән 6 “торлаҡ” бар ине (әйткәндәй, беҙҙең күп кенә дәүләт инспекторҙары үҙҙәренең биләмәһендә бер үк ваҡытта солоҡ ҡортсолоғо менән дә булыша һәм бының менән улар ҡырағай бал ҡорттарын һаҡлауға ҙур өлөш индерә).
26 августан 1 сентябргә тиклемге осорҙа айыухан 3 түмәр умартаны һәм бер солоҡто туҙҙырған. Уны хатта “терпеләр” ҙә, йәғни таҡтаға ҡатылған осло сөйҙәр ҙә, туҡтатмаған. Өҫтәүенә, хәҙер ҡурсаулыҡта тайыш табандарҙы сараһыҙҙан атыу тыйыла. Ә уларҙың солоҡ ҡорттары ғаиләләрен юҡ итеүе, етмәһә, шул ҡорттарҙы һаҡлау өсөн төҙөлгән
ҡурсаулыҡ биләмәһендә – был бары тик тәбиғи процесс ҡына.
Тәжрибә буйынса беләбеҙ, солоҡсо айыуҙар үҙҙәренең яңы һөнәрен бер ваҡытта ла онотмайҙар. Улар солоҡтарҙы, түмәр умарталарҙы һәм умарталарҙы туҡтауһыҙ туҙҙырасаҡ ҡына.
Бер йыл элек музей-экскурсия комплексы умарталығында шундай бер “белгес” хасил булды. Ул умарталарҙы асып, баллы рамдарҙы алып, бал менән һыйланып рәхәтләнде. Бик куп умарталарҙың башына етте ул. Уны хатта төнгөлөккә эшләтеп ҡалдырылған радио ла, янып торған лампочкалар ҙа һәм хатта бер нисә йөҙ метрҙа ғына кешеләр булыуы ла туҡтата алманы. Урман хужаһы хатта экскурсанттарҙың күҙ алдында көндөҙ ҙә “эш өҫтөндә” булды.
Ҡышҡы йоҡоға талғандарына тиклем айыуҙар тағы ла бик күп зыян килтереп өлгөрәләр. Сөнки һәр солоҡ ағасына тәүлек әйләнәһенә һаҡ ҡуйып булмай. Автономлы яҡтылыҡ һәм тауыш биреү сигнализацияһына аҡыллы хайуандар 4-6 көндә өйрәнеп тә ала һәм уға иғтибар итмәй башлайҙар.
Бындай “белгестәр” айыуҙар араһында 5 процент самаһы тәшкил итә. Элек бындай зыяндар ундай айыуҙарҙы сараһыҙҙан атыу менән үк туҡтай торғайны. Ул ваҡытта Рәсәй Тәбиғәт министрлығы был сараға рөхсәт бирҙе”.
Бына шулай борсола ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре. Эйе, хилеүәт Бөрйән айыуҙарына - ит ашағыһы килһә, ауылға яҡынлай, шәрбәт ашағыһы килһә - солоҡҡа үрмәләй...
Читайте нас: