Сентябрь айында Башҡорт ҡурсаулығында маралдарҙың иҫәбен алыу эше башҡарылды.
Шуны билдәләр кәрәк, был ғилми эш ҡурсаулыҡ өсөн иң мөһимдәренең береһе булып иҫәпләнә. Ул бына нисәмә тиҫтә йылдар өҙлөкһөҙ башҡарылып килә. Ғәҙәттә, урман йәнлектәренең һаны улар ҡалдырған эҙҙәргә таянып билдәләнә. Әммә беҙҙең осраҡта мөһим бер үҙенсәлеге бар – көҙ көнө маралдар һаны уларҙың тауыштарын тыңлау аша асыҡлана. Дөрөҫөрәге, ата маралдарҙың һөрәнләгәне буйынса иҫәпләнә. Эш шунда, алтын көҙ тыуыу менән маралдар парлаша башлай. Был мәлдә ата марал көн һайын һөрәнләп тауыш бирә, ә инәләре уның эргәһенә яйлап йыйыла бара. Тормош бит, ваҡыты менән бер урынды ике “атай” төйәк итә, улар араһында ҡаты алыш та булып ала. Тәбиғәт ҡанундары ҡаты, көслөрәге еңелгәнен ҡыуып ебәрә. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт миһырбанлы ла: һәр “атай” үҙ тиңен табыуға өлгәшә. Тора-бара һәр ата марал өс-дүрт инәнән торған өйөр туплап ала – ҡурсаулыҡ майҙансығында көн күргән маралдарҙың дөйөм һаны бына ошо һандарға таянып асыҡлана ла инде.
Ата марал ҡара таң һәм эңер төшкән мәлдә әүҙем һөрәнләй. Шуға күрә иҫәпселәр (ғилми хеҙмәткәрҙәр, дәүләт инспекторҙары һәм башҡалар) таңғы 5-тән иртәнге 10-ға тиклем һәм киске 6-нан төнгө 11-гә хәтлем урманда булалар. Дөрөҫөрәге, тау башында. Эш шунда, бейек тауҙан маралдарҙың һөрәнләүе алыҫҡа яңғырай һәм асыҡ ишетелә. Ҡурсаулыҡта бөтәһе 42 иҫәпләү урыны бар. Әлбиттә, бындай шарттарҙа эшләү өсөн иҫәпселәргә таҫыллыҡ та, көс тә, урманды яҡшы белеү ҙә кәрәк. Иң мөһиме, маралдарҙы дөрөҫ иҫәпләй белер кәрәк. Бының өсөн тәү сиратта һөрәнләү тауыштарын айыра белеү мөһим. Һәр кешенең үҙ тауышы булған кеүек, маралдарҙың да тауыштары бер-береһенән айырыла. Шуныһы һәйбәт, быйылғы һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ. Былтыр ҡурсаулыҡта 23 ата марал иҫәпләнгәйне, быйыл “атайҙар” һаны берәүгә күберәк булып сыҡты. Тимәк, һуңғы ике йылда был урман хайуандары кәмемәгән, бөгөн ҡурсаулыҡта сама менән 80-гә яҡын марал көн күрә.
Хәҙер һығымта яһайыҡ. Маралдар күбәйгәнме әллә әҙәйгәнме – быны белер өсөн тарихҡа күҙ һалайыҡ. Ҡасандыр улар беҙҙә күпләп йәшәгән. Әммә бер мәл уларҙың һаны ҡырҡа кәмегән. Хатта бөтөнләйе менән юҡҡа сығыу хәүефе янай башлаған. Бындай ауыр хәлде төҙәтер өсөн Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Алтайҙан 39 марал һатып алған һәм уларҙы үҙ майҙанына ебәргән. Был эш 1941 йылда башҡарылған. Шуныһы ҡыуаныслы, маралдарға ҡурсаулыҡтың тәбиғәте бик килешкән. Сама менән 40 йыл эсендә уларҙың һаны 400-ҙән ашып киткән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы быуаттың башында уларҙың һаны тағы ҡырҡа кәмегән. Иҫәпләүҙәр буйынса, яңы быуат башына маралдар һаны ни бары 20-30 башҡа ғына тороп ҡалған. Бындай аяныслы хәлде иҫәпкә алып, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы 2012 йылда Алтайҙан 9 марал һатып ала. Шуныһы ҡыуандыра һәм өмөтләндерә, бөгөн ҡурсаулыҡта уларҙың һаны яйлап арта бара.
Ә нишләп аҫыл болан (маралдың икенсе исеме шулай) ҡырҡа кәмеп китте икән – был һорауҙы күптәр үҙ-үҙҙәренә биргәндер. Сәбәптәре күп, әлбиттә. Ә шулай ҙа, минең уйымса, тәү сиратта ҡайһы бер һунарсыларҙың артыҡ шашып китеүе төп сәбәпсе булып торалыр. Бер өлкән ағайҙың әсенеп һөйләп ултырғаны һаман хәтерҙә. “Ваҡытында урманда марал күп булды. Көҙ мәлендә ата маралдарҙың һөрәнләүенән урман геүләп торор ине. Әммә ҡайһы бер һунарсылар саманан артыҡ шашып китте. Һөйләһәң, аптырамалы инде. Бер мәл дүрт һунарсы бергә һунарға сығып, бер урында ғына 7-8 инә маралды ҡырып ташлағандар. Кеше һөйләһә ышанмаҫ инем, үҙем өҫтәренә барып сыҡтым. Тегеләр, ағай, өндәшмә инде, һәләк итмә инде беҙҙе, тип инәләләр. Их, тинем уларға, һеҙ миңә түгел, ә Аллаһы Тәғәләгә инәлегеҙ. Маралды бушҡа ғына аҫыл болан тип атамайҙар бит. Уның ҡарғышы яман икәнен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Үтә ҡанһыҙ ҡыланғанһығыҙ бит. Берәүһен генә алһағыҙ ҙа һеҙгә етә ине. Бушҡа йәнен ҡыйғандарҙың рәнйеш-ҡарғышын күтәрә алһағыҙ ярар ине, тип яуапланым уларға. Әммә (тәрән көрһөнөп ҡуя) күтәрә алманылар. Береһе лә 50 йәшкә етә алманы. Бөтәһе лә үлеп бөттөләр. Кемеһе ауырыны, кемеһенә ағас ауҙы, кемеһе машина аҫтында ҡалды, кемеһе айныға алмай, йәп-йәш көйө китеп барҙылар. Аяныслы хәл, әммә үҙҙәренә үҙҙәре бәлә алып килделәр шул”.
Мәҡәләнең башы икенсе йүнәлештә башланһа ла, уны, бөгөнгө быуын һунарсылары ошондай аяныслы хәлдән һабаҡ алһалар ине, тигән һүҙҙәр менән тамамлағы килә.