Һарғая, Ҡолғана яҡтарында янғында булғанда ғибрәтле ваҡиғалар һөйләнеләр: Бөрйән урмандарының хужаһы - меҫкен айыуҙар, арттарына ут тоҡанғас, тауҙан аҫҡа ҡарай ултырып шыуа икән. Бер инә бүре, кеше эргәһендә ҡалһа, балалары уттан имен булыр, типтер инде, төнөн ут артабан таралмаһын тип һаҡҡа ҡалған ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре эргәһенә өс балаһын алып килеп ҡалдырған да, үҙе 50 метр самаһы эргәлә төнөн илап-олоп сыҡҡан - быларынан тыш, моғайын, ут эсендә тағы балалары ҡалғандыр, сөнки инә бүре ошо тирәнән ике-өс көн китмәгән... Ҡоштар, янғындан ҡасып осоп килә лә, был яҡта ут менән көрәшеп йөрөүсе кешеләрҙән өркөп, кире ут эсенә ырғый икән... Иҫ китмәле, йөрәкте әрнетер хәлдәр - бер Аллам ғына Бөрйән ерен афәттән һаҡлай күрһен, бәрәкәтле ямғырҙарын бирһен, районыбыҙ бәләгә тарығанда ярҙамсы, изге күңелле бәндәләрен, уйламаған ерҙән ярҙамын ебәрһен. Амин!
Урман яна, урман яна-
Көлгә түгел, күмергә-
Бөрйәндәрҙең даны китер
Йылға түгел, ғүмергә...
Урман яна - иңрәй ерем -
Күктәргә ҡул һонолған.
Ер ҡаурыйымы ағастар
Рәнйеш яҙып, йығылған?..
Урман яна - ҡырмыҫҡалай
Сабауыллайҙыр халыҡ.
Ялмауыҙҙың ялҡын теле
Өлгөрә шул - мин алыҡ...
Ҡурсаулыҡтың айыуҙары
Ултырып шыуа тауҙан.
Януар-кейек аҡыллыраҡ -
Ҡотолмаҡ кәрәк ауҙан.
Инә бүре олой-олой
Йөрәктәрҙе теләлер,
Кеше янында баллары
Һау ҡалырын беләлер.
Уттан ҡасып осоп килгән
Ҡошҡайҙарҙың хәлдәре -
Кешенән өркөп, кир(е)утҡа
Инеп янған мәлдәре.
Артыштарҙың, күбә булып,
Янып күккә осоуы -
Тәбиғәттең тамуҡ утын
Иңрәп-илап ҡосоуы.
Бер гонаһһыҙ йәнлек -януар,
Тәсбих әйткән ағастар,
Беҙҙең гонаһ арҡылымы
Китәләр һеҙҙең баштар?..
Күккә ҡарап "тимер ҡош" то
Көткән булһа ла күптәр.
Османы улар ярҙамға -
Ярылды, йәшнәп, күктәр...
Ерле халыҡ, ирекмәндәр,
Хеҙмәткәрҙәр - барыһы
Ҡулдары менән яманы
Ерҙең оло яраһын.
Күккә ҡарап ялбарабыҙ:
Бер һиндә өмөт, Аллам -
Бөрйән еренә ямғыр бир -
Ялҡын эсендә ҡалған...