Йылына ике тапҡыр – июнь-май айҙарында һәм йәйге туризм миҙгеле тамамланғас, Ағиҙелебеҙҙең ярҙарын таҙартып алыу матур йолаға әйләнде.
Тынғыһыҙ эш графигыбыҙҙа был изге эш өсөн ваҡыт табып, беҙ ҙә үҙебеҙгә билдәләнгән биләмәләге яр буйҙарын таҙартып ҡайттыҡ. Шуныһы күҙгә ташланды – яр буйҙары быйыл сағыштырмаса таҙараҡ. Быға туризм миҙгеленең коронавирус арҡаһында һуңыраҡ асылыуы булышлыҡ иттеме, халыҡтың үҙаңы үҫәме, әлегә билдәһеҙ.
Хәйер, сит илгә сығыу мөмкинлеге сикләнгәс, илдә эске туризм көсәйҙе, ахыры. Ағиҙел йылғаһы буйлап өҙлөкһөҙ тигәндәй йөҙөп үтеп торған кәмә-катамарандар шуға дәлил.
Үтеп барған бер төркөмдөң, беҙ сүп-сарыбыҙҙы ярға ташлап китмәйбеҙ, үҙебеҙ менән алып китәбеҙ, тигәне шулай ҙа күңелгә май булып яғылды.
Ағиҙел буйҙарының ғына түгел, ғөмүмән, ер-һыуҙарыбыҙҙың таҙа булыуы бик мөһим. Таҙартырға түгел, бысыратмаҫҡа өйрәнергә ине лә бит беҙгә...