Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
22 Май 2020, 18:30

ҺАРЫ СӘСКӘ – ТУҠЛЫҠҠА!

Быйыл бәпембәнең күплегееее! Бөтә ерҙә – бәпембә! Аптырап та, һоҡланып та йөрөй инем, бөгөн ошо туралағы бер яҙмаға тәл булып, эй ҡыуандым. Институт йылдарынан таныш булған Ләлә Рафиҡованың “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарында ине был яҙма. Бына ниндәй шатлыҡлы мәғлүмәт яҙған ул:

“Һары сәскә күп булһа, иген уңышы мул була, күк сәскә күп булһа, уңыш хөрт була, тигән һынамыш бар. Уны тағы ла көслөрәк итеп тә әйтеп ҡуялар: һары сәскә туҡлыҡҡа, күк сәскәһе- юҡлыҡҡа.
Быйыл әле һары сәскәнән бар донъя ҡояштай балҡып ята. Бәпембәнең күплеге! Аяҡ баҫыр урын юҡ.
Күк сәскә лә етерлек. Уңыштың мул булырына өмөтләнәбеҙ. Шулай булһын! Илдә булһа, иренгә тейер”.
Һары сәскә – туҡлыҡҡа, тигәне бигерәк күңелгә май булып яғылды. Шулай ғына була күрһен!
Читайте нас: