Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
17 Декабрь 2019, 18:00

АҒИҘЕЛДӘ... ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ

Кешеләр генә түгел, ҡоштар ҙа яңылыша икән. Әллә иштәрен юғалтып, ҡаңғырып йөрөүҙәреме? Инде ҡыш күптән башланды, ә Иҫке Собханғол ауылын янлап аҡҡан Ағиҙелдең туңмай ҡалған урынында аҡҡош менән өйрәк көн итә. Дөрөҫөрәге, аҡҡошҡа өйрәк эйәреп йөҙә.

Хәйер, бер пар өйрәк бер нисә йыл инде шул тирәлә ҡышлай. Ә бына аҡҡошҡа нимә булған? Ярай, әлегә көндәр сағыштырмаса йылыраҡ тора. Сатлама һыуыҡтарҙа ҡалайтыр йылы яҡта ҡышларға күнеккән аҡҡош? Боҙ туңып, йөҙөр урын ҡалмаһа, нишләр?
Яҙғыһын Ағиҙелдә әллә нисә көн буйы йөҙөп йөрөгән аҡҡоштарҙың береһенә оҡшаған үҙе. Иш кенәһенә нимә булған икән? Йырҙағыса, аңлар өсөн аҡҡош һағыштарын, аңлар кәрәк аҡҡош телдәрен... Их, аңламайбыҙ шул. Аңлаһаҡ, һөйләр ҙә илар ине, моғайын...
Читайте нас: