Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
13 Декабрь 2019, 18:00

НИГЕҘ ҠОТО ЙЫЛАНДА БУЛҒАН

Килдеғол ауылында йәшәүсе Сөррә инәй ҙә йылан ҡарғышына бәйле хәтирәләрен һөйләй торғайны. Хәҙер өләсәй юҡ инде. Улы Салауат ағай Исҡужин әсәһенән ишеткән ҡайһы бер иҫтәлектәр менән бүлеште.

Килдеғол ауылында йәшәүсе Сөррә инәй ҙә йылан ҡарғышына бәйле хәтирәләрен һөйләй торғайны. Хәҙер өләсәй юҡ инде. Улы Салауат ағай Исҡужин әсәһенән ишеткән ҡайһы бер иҫтәлектәр менән бүлеште:
-Әсәйемдең атаһы Мөжәһетдин булған, ә уның атаһы Биксәнтәй. Шул Биксәнтәй олатайҙың донъяһының ҡото йыланда булған. Йорт нигеҙендә йыландар ныҡ күп йәшәгән. Кәртәһендә лә, өйөндә лә йөрөгәндәр. Үҙҙәре лә, малдары ла уларға өйрәнеп бөткән – ҡурҡмағандар. Кешегә лә, малға ла зыяндары теймәгән. Хатта һыйырҙарының мөгөҙөнә уралып торғандар, һырттарында ла ятҡандар. Ә олатайҙың һыйыр малы ла, йылҡыһы ла бик күп булған. Байҙар рәтендә йәшәгән ул. Бейә һауғанда ла, һыйыр һауғанда ла, һөт еҫен тойоп микән инде, йыландар эргәлә йөрөр булғандар.
Олатайҙың тәүге әбейе үлеп киткәс, был икенсе әбей алған. Тик ул өләсәй нигеҙ ҡото булған йыландарҙан ныҡ ҡурҡҡан. Шулай бер көн ситегенә аяғын тығып ебәргән икән, эсендә йылан ятҡан булған. Был мәхлүкәттәрҙән ныҡ ҡурҡҡан өләсәй, шул ерҙә йөрәге ярылып, үлгән дә ҡуйған.
Олатай ҡабат әбей һоратып ҡараһа ла, йыландарынан ҡурҡып, ҡатын-ҡыҙҙар уға ҡатынлыҡҡа барырға риза булмаған. Ахыры, Биксәнтәй олатай көслө муллалар саҡырып, нигеҙендәге йыландарын арбатып, ҡыуҙырған. Нигеҙҙән йыландар бик күп сыҡҡан – ризаһыҙлыҡ белдереп баштарын сәкәйтеп, һыҙғырышып, ыҫылдашып Һаҡмар яғына күскәндәр. Улар күскән юлға 4 йыл тирәһе үлән үҫмәгән, имеш.
Ошонан һуң олатайҙың донъяһы гел кирегә тәгәрәгән. Тормошоноң, донъяһының ҡото китеп, байлығы бөткән. Малдары ҡырылып, бер йолҡош бейәһе генә тороп ҡалған. Ҡайтанан тырышып ҡараһа ла, малдары ишәймәгән. Ауыл ҡарттары менән кәңәшләшкәс, ахыры, олатай теге бейәһен менеп сығып китеп, ситтә бер аҙ монаят туплап, илгә кире әйләнеп ҡайтҡас, яңы урынға нигеҙ ҡороп ҡына йәлсеп киткән, ти.
Ә минең әсәйемә түмәрҙә уралып ятҡан йылан һары аяғын сығарып күрһәткән. Йылан һары аяғын күрһәтһә, кеше һарыға һабышырлыҡ хәсрәткә тарый, ҡайғы баҫа, тей. Әсәйҙең дә алты балаһы бер-бер артлы үлеп, икәүһе генә тороп ҡалған. Әсәй теге йыланды туҡмап үлтергән булған. Атайҙың башына бүрәнә төшөп ҡазаланған. Шунан уны Колымаға һөргөнгә оҙатҡандар.
...Бына шуларҙы һөйләгәйне Салауат ағай. Йылан ҡарғышына ышанырғамы-юҡмы – үҙ мәйелегеҙ.
(Дауамы бар).
Читайте нас: