Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
12 Декабрь 2019, 12:20

ҠАТЫ ИКӘН ЙЫЛАН ҠАРҒЫШТАРЫ...

Бер ваҡыт был йылан арҡаһына әйләнеп ятты ла... аяҡтарын сығарып күрһәтте. Аяҡтары сысҡан аяғы һымаҡ, үҙҙәре алһыу ғына ине. Бармаҡ һымаҡ нәмәләре лә күренә. Үлер сағында аяҡтарын кире тартып алды.

...Был тема мине күптән ҡыҙыҡһындыра. Һүҙ алып барасаҡ “геройҙарым” – йыландар. Яҙмаларымдың төп асылы –йылан ҡарғышы. Был ваҡиғаларҙы төрлө кешеләрҙән һорап яҙып алғайным. Һүрәтләү улар исеменән алып барыла.
Ҡара йылан ҡарғышымы?
Ғаиләбеҙ менән күмәкләп бесәнгә барҙыҡ. Бала-сағаларҙы ла үҙебеҙ менән алдыҡ. Кискә ҡарайыраҡ ирем, иртәгә кәбән ҡойоуға тиҙерәк булһын, күбәләрҙе бер урынға тарттырып ҡайтайыҡ, тине.
Мин күбә ебәреп торам. Бер күбәне ат тарттырып алып киткәйне, урынында елле генә ҡара йылан ятып ҡалды. Ҙур булғас, башта ҡыҙыҡ күреп бер гилке ҡарап торҙом. Уға тейеү, үлтереү уйы юҡ ине бөтөнләй. Теге тик ятҡас, әллә үле йыланмы икән, тип юрый ғына һәнәгем менән төртөп ҡараным. Төҙләп төртмәһәм дә, башына ғына эләккән дә ҡуйған. Әйләнә-тулғана башланы. Һаман ҡарап торам. Бер ваҡыт был йылан арҡаһына әйләнеп ятты ла... аяҡтарын сығарып күрһәтте. Аяҡтары сысҡан аяғы һымаҡ, үҙҙәре алһыу ғына ине. Бармаҡ һымаҡ нәмәләре лә күренә. Үлер сағында аяҡтарын кире тартып алды. Шунан тегене ҡырмыҫҡа иләүенә алып барып һалдым...
Ошоноң менән онот булғайны был хәл. Күп тә үтмәй ҡаты ауырып киттем. Тире лә һөйәк кенә ҡалдым. Температурам күтәрелде лә төшмәй ҙә төшмәй. Кибеп бөттөм инде. Табиптар диагноз ҡуя алмай бер булды. Көскә кеше булып киттем.
Яҙына йәнә яңы бәлә – ирем ҡазаланды. Уның ғүмере йәшәү менән үлем араһында ҡалды. Ул да көскә шәбәйҙе.
Бер йыл үтеүгә янғын сығып китеп, донъябыҙ ҡаза күрҙе. Ниңәлер, шул мәлдәрҙә гел теге йылан иҫемә төштө лә торҙо.
Беҙҙең кәртә араһында ла йылан йәшәне. Шуныһы – гел миңә тап булыр ине. Бер шулай 3 йәшлек ҡыҙымды етәкләп артҡы баҡсаға картуф утарға сығып барам. Уҫал этебеҙ була торғайны. Уны нишләптер шул кәртә яғына бәйләгәнбеҙ. Теге ғүмере улай ҡыланмағанын, миңә ҡарап ярһып-ярһып өрә, сынйырынан ысҡынырға булып тартыла. Нимәгә был тиклем ярһый икән, тип теге эткә ҡарай-ҡарай китеп барам. Ҡапыл күҙҙең ситенә бер нәмә эләккәндәй булғас, ҡараһам, аяҡ аҫтында оҙон бер йылан шыуышып китеп бара. Картуф ҡайғыһы китте, ҡыҙымды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып өйгә елдерҙем.
Бер көн үтте, ике көн үтте, юҡ, аяҡ тартмай бит теге баҡсаға. Ә ҡый мине көтөп тормай – ялбырап картуфты күмеп бара. Бер көндө, ниһайәт, сығырға булдым. Баҡсаның ҡапҡаһына тотоноуым да булды, теге йылан да шыуышып килеп сыҡты. Кире өйгә йүгерҙем. Ахыры, ҡайным ул йыланды табып үлтереп ҡуйҙы. Ә көҙөнә буралай һыйырыбыҙҙы айыу һуҡты...
Бөтә был бәләләргә йылан ғәйеплеме әллә осраҡлыҡмы? Һәр хәлдә ауылда ололар йыланды сәбәпһеҙгә үлтерергә, йорт тирәһендәгеһенә бөтөнләй тейергә ярамай, тип бара. Халыҡ аҡылы мең алтынға биргеһеҙ бит. Ә һеҙҙең ошоларға оҡшаш тарихтарығыҙ юҡмы?
(Дауамы бар).
Читайте нас: