Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Ноябрь 2019, 12:20

ТАҒЫ ЛА СҮП-САР ХАҠЫНДА

«Таң» гәзитенең ватсапп номерына (8-905-35-444-95) килгән көнкүреш ҡалдыҡтары, сүп-сар темаһына ҡағылышлы һорауҙарҙы дөйөмләштереп, «Эко-Сити» төбәк операторының Бөрйән районы буйынса белгесе Ләйлә Ирек ҡыҙы Сафинаға мөрәжәғәт иттек.

-Ләйлә Ирек ҡыҙы, ҡайһы бер кешеләр, «беҙ килешеү төҙөмәнек, ләкин түләү ҡағыҙы килә, уны түләмәйбеҙ”, тигәнерәк фекерҙә.
-2019 йылдың 1 ғинуарынан һыу, электр энергияһы, йылылыҡ буйынса түләү ҡағыҙҙары менән берлектә көнкүреш ҡалдыҡтарына ла түләү ҡағыҙҙары килә башланы. 3-сө хеҙмәтләндереү зонаһына ингән бөтә халыҡ «Эко-Сити» менән килешеү төҙөргә тейеш. Документ публик оферта хәлендә булһа ла, проект мәғлүмәте ойошманың www.roecocity.ru сайтында, «Башҡортостан Республикаһы» гәзитенең, район һәм ҡала хакимиәттәренең сайттарында бирелде. Мәғлүмәт рәсми сайтта сыҡҡан көндән ҡулланыусы ниндәйҙер дәғүәләр белдермәһә, килешеү автоматик рәүештә төҙөлгән тип һанала. Шунан сығып та инде халыҡҡа көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү ҡағыҙҙары килә.
Килешеүҙе «Энергосбыт» ойошмаһы (ЭСКБ) төҙөргә мөмкин. Килешеү төҙөү өсөн өй һәм ер паспортының күсермәһен, ауыл хакимиәтенән ғаилә составы тураһында белешмә алып килергә кәрәк.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: