Быйылғы йылда старт алған “сүп-сар реформаһы” әле лә халыҡта күп һорауҙар тыуҙыра. Экология министры Урал Искәндәров әйтеүенсә, халыҡ ваҡытында сүп-сарҙың сығарылмауына, контейнер һәм майҙансыҡтарҙың етешмәүенә, хеҙмәтләндереү хаҡына һәм льготаларҙың булмауына зарлана.
Ҡасан ҡалдыҡтарҙы йыйып алыу графигы була һәм машина шул график буйынса йөрөйәсәкме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар табыу маҡсаты менән район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлегенең әйҙәүсе белгесе Рәфил Хәйбуллинға мөрәжәғәт иттек.
- Районда сүп-сар һауыттары ултыртыу, махсус майҙансыҡтар булдырыу йәһәтенән эштәр әүҙем бара. Бөтә ерҙә лә контейнерҙарҙы урынлаштырып бөткәнсе ҡалдыҡтарҙы тоҡтарға туплап йыйыу рөхсәт ителә.
Һәр ауыл хакимиәтенә сүп-сар майҙансыҡтары эшләү һәм контейнерҙар ҡуйыу өсөн 200-әр мең, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәтенә 300 мең һум аҡса бүленгән. Ике миллион ярым һумдың әлеге ваҡытҡа 80 проценты тотонолған. Ҡалғаны йыл аҙағына тиклем тейешле йүнәлеш буйынса файҙаланылырға тейеш. Бөгөнгө көндә район буйынса 145 контейнер ултыртылған һәм 28 сүп-сар майҙансығы эшләнгән. План буйынса 272 контейнер ҡуйыу һәм 61 сүп-сар майҙансығы эшләү бурысы тора.
“Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһына ярашлы, ауыл хакимиәттәре тарафынан федераль ярҙам һорап ғаризалар ебәрелгән.
“Эко-Сити” төбәк операторынан беркетелгән КамАЗ-65115 автомобиле ауылдарға айына бер тапҡыр бара. Ә Иҫке Собханғолда “КомЭнергоСервис” машинаһы көн һайын йөрөй. Әммә ул яңы ҡуйылған евроконтейнерҙарҙы ала алмай. Шуның өсөн КамАЗ автомобиле Иҫке Собханғолдо ла хеҙмәтләндерә.
Сүп-сар йыйыу машинаһының йөрөү графигы ай һайын үҙгәреп тора. График ауыл хакимиәттәренә бирелә, ә улар үҙ сиратында халыҡҡа хәбәр итергә тейеш, - ти Рәфил Хәйбуллин.