Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
2 Октябрь 2019, 18:00

Йәшелләндереү акцияһына ҡушылайыҡ!

Урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, урман ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында 5 октябрь көнө районда “Ағас ултырт – йәшәү бүләк ит!” слоганы аҫтында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә.

Ауыл биләмәләрендә ағас ултыртыу урындары билдәләнгән. Акцияла хеҙмәт коллективтары ҡатнаша. Теләгән һәр кем был акцияға үҙ өлөшөн индерә ала.
Йәшеллек – йәшәү символы. Был матур акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ, райондаштар!
Читайте нас: