- Быйыл көҙгөһөн ағас ултыртыу өмәһе була, тиҙәр. Бер йылы Баҙал биҫтәһендә оло юл буйын кәртәләп, ағас ултыртҡан булғайнылар. Ләкин уны ҡараған кеше юҡ, кәртәһе емерелеп, эсендә йәй буйы һыйырҙар йөрөнө. ағастарҙы тапап, ашап бөттөләр. Был парк өсөн кем яуаплы? Ҡарамағас, ҡоро һөрән һалып ағас ултыртыуҙан ни файҙа?
- Баҙал биҫтәһендә кәртәләп алынған парк шартлы рәүештә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына, «Бөрйән урмансылығы» һәм «Бөрйән урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеларына беркетелгән. Уларҙың етәкселәре ошо араларҙа емерелгән кәртәләрҙе ипкә килтерәсәктәре тураһында хәбәр иттеләр.