Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Сентябрь 2019, 13:00

Ярҙар таҙарҙы

“Йылғаларыбыҙға һәм күлдәребеҙгә – таҙа ярҙар” исемле лозунг менән үтеүсе Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә «Таң» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә “Таҙа Ағиҙел” экологик акцияһының икенсе этабында ҡатнашты.

“Йылғаларыбыҙға һәм күлдәребеҙгә – таҙа ярҙар” исемле лозунг менән үтеүсе Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә «Таң» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә “Таҙа Ағиҙел” экологик акцияһының икенсе этабында ҡатнашты. Башҡортостаныбыҙҙың йәме булып торған Ағиҙел йылғаһының Кейекбай ауыл биләмәһендәге ярҙарын сүп-сарҙан таҙаланыҡ. Һөҙөмтәлә, бер-нисә тоҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, быяла, консерва, пакеттар йыйылды.
Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, ҡурсалау һәм уның бысраныуына юл ҡуймау акция ваҡытында ғына түгел, ә һәр-беребеҙҙең көндәлек тормошондағы ҙур яуаплылығы икәнен онотмайыҡ, дуҫтар.
Читайте нас: