Йәки фотообъективҡа эләккән билдәһеҙ кеше һыны
Быйылғы йәйем иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Иң хәтерҙә ҡалғаны август айында “Таң” гәзите редакцияһында эшләгән мәлдәрем. Миңә мөхәррир ағай-апайҙар төп эш ҡоралдары: ручка, блокнот, фотоаппарат бирҙеләр. Тырышып эшләргә генә ҡалды.
Редакцияла эшләгән осорҙа минең өсөн ваҡиға урынына барып кешеләрҙән интервью алыуҙан бигерәк фотоға төшөрөүе иң ауыры булды. Сөнки алдан үҙемдең фотография өлкәһендә бик үк тәжрибәм юҡ ине. Фото төшөргәндә бит композиция, ракурс тигән төшөнсәләрҙе белеү кәрәк. Редакцияға йәмһеҙ кадрҙар эшләп килтерһәң, фотограф ағайҙан да күп “эләгә” торғайны. Шуға күрә интернет сығанаҡтарынан фотография тураһында мәғлүмәттәр ҙә ҡараштырҙым. Мин ғәҙәттә фотоаппаратты үҙем менән ауылға алып ҡайтып йөрөнөм. Буш ваҡытта фото менән шөғөлләнергә тура килде. Хәҙер әйтергә теләгән һүҙемдән ситкә китмәй һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер фотоһүрәтемде ҡарарға тәҡдим итәм.
Был фотоны мин үҙемдең эштәремде барлап ултырғанда табып алдым. Фото төшөрөү ваҡыты: 16 август йома көнө, 17:14 сәғәт. Бында Байназар ауылының үрге осондағы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аҫмалы күпер төшөрөлгән. Алғы планда таш-ҡырсындар ята, ә артта урман-тауҙар теҙелешкән. Яр буйында өй ултыра, йылға эргәһендә бер ҡатын тора. Ә бына күперҙең аҫтына күҙ һалһаң – бер ҙур кеше һыны. Башына фуражка, өҫтөнә зәңгәр төҫтә кейем кейгән. Әллә йылға кисеп, тулҡындарҙы ярып икенсе ярға атлай, әллә осоп китеп бара. Һәр хәлдә уның кәүҙәһе йылға буйындағы ҡатындыҡынан күпкә ҙурыраҡ. Был кем һуң, күпер бар саҡта ниңә уға унан сыҡмаҫҡа, тигән һорауҙар тыуа?
Был донъя ғәжәйеп, серле шул. Бөрйән районында бындай ғәҙәттән тыш хәл булғайны. Иҫләйһегеҙҙер, “Таң” гәзите “Мираж” хаҡында бер материал сығарғайны. Был да шуға оҡшаш хәл түгелме икән? Һәр кем үҙе хәл итер. Яҙмама фотоһүрәттең бер нимәһен дә үҙгәртмәйенсә ҡуйҙым. Иғтибар менән ҡарағыҙ. Фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, дуҫтар!