Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
23 Август 2019, 13:22

Иҙәк йылғаһында хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәргән

“Полиэф” комбинатының дренаж өсөн тәғәйенләнгән торбаларынан ямғыр һыуҙары урынына урманға ағыулы матдәләр ағып төшкән. Кислоталар ҡушылмаһы артабан Ҡаҙмышлыға, уның һыуы менән Иҙәк йылғаһына эләккән. Был урындан Иҙәккә тиклем ете-һигеҙ саҡырым самаһы.

“Полиэф” комбинатының дренаж өсөн тәғәйенләнгән торбаларынан ямғыр һыуҙары урынына урманға ағыулы матдәләр ағып төшкән. Кислоталар ҡушылмаһы артабан Ҡаҙмышлыға, уның һыуы менән Иҙәк йылғаһына эләккән. Был урындан Иҙәккә тиклем ете-һигеҙ саҡырым самаһы.
Предприятие эргәһе һаҙлыҡлы ер. Йыйылған һыу әле насос менән һурҙырыла. Элек кеше аяғы баҫмаған ерҙә эш тәүлек әйләнәһенә тиклем бара. Дежур итеү ойошторолған.
Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһында балыҡтар ҡырылыу тураһында хәбәр 27 июлдә таралды. Шул көндән алып сәнәғәт объекты янында һәм йылға ағымында һыу составы ике тапҡыр тикшерелгән. Химик матдәләр ағып төшөү сәбәпле йылғала кислород кимәле кәмеүе күҙәтелгән.
Ямғырҙар был экологик хәлгә ыңғай тәьәҫир итә, тип билдәләне дәүләт аналитика контролерҙары. Әммә ағыулы матдәләр тупраҡта ҡалып, тәбиғәткә артабан зыян килтереүе мөмкин. Тупраҡ анализға алынған. «Полиэф» етәксеһе зарарлы матдәләр һеңгән урындағы ер ҡатламын утилләштерергә вәғәҙәләй.
Ҡотҡарыусылар ике көн буйы йылғаларҙы таҙартҡан. Иҙәк йылғаһынан тонна ярым ҡырылған балыҡ сығарылған һәм Благовещен районының ветеринар станцияһына тапшырылған.
Осраҡ буйынса Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы күҙәтеү органдары менән берлектә тикшереү башлаған. Хәҙер йылғаларҙа хәл яҡшыра бара, һыу таҙара, тигән фекерҙә белгестәр.
Иҙәк йылғаһына химик матдәләр ағыҙыуға юл ҡуйған предприятиеға килтергән зыян өсөн закон буйынса яуап бирергә һәм компенсация түләргә тура киләсәк. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Йылғаның бысраныуын йәшерергә тырышҡан етәкселәр ҙә шулай уҡ яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ.
Читайте нас: