Иҫке Собханғол ауылы уҙаманы, 45 йыллап һунарсы тәжрибәһе булған Юлдаш Бәҙәмшин өсөн бүре аулау ят шөғөл түгел. Ул үҙ ғүмерендә байтаҡ бүре алған кеше. Халыҡ шағиры М. Кәрим әйтмешләй, “Һунарсы минең ырыуым, һунарсы ата-бабам, һунарсы ҡаны үҙемдә, һунарсы булыр балам”. Юлдаш ағай нәҡ шундай һунарсылар династияһынан да инде. Үҙе әйтмешләй, бер аҙна һунарға сыҡмаһа, ауырый башлай хатта. Күптән түгел ул Баҙалға сыҡҡанында ҡуйған тоҙағына бүре эләктереп тә алып ҡайтҡан.
- 2018 йылда бер бүре аулаһам, быйыл әлегә тәүгеһе. Мин уларҙы Баҙал яғында оҙаҡ ҡына күҙәтеп йөрөнөм, етәүҙәр ине. Бүре бик талымһыҙ, шул уҡ ваҡытта бик хәйләкәр йыртҡыс. Арыу-талыуҙы белмәй, бер үк тиҙлектә тиҫтәләрсә километр юл үтергә мөмкин. Ғәҙәттә, бүрегә таңғы 4-тәрҙә һунарға сығам. Тап шул мәлдә уларҙың һунар ҡомары уянған сағы була. Көндөҙ улар күҙгә-башҡа бик салынып бармай, шырлыҡҡа боҫалар. Бер көн Баҙалға барып тоҙаҡ ҡуйып киттем дә, 10 көн тирәһе үткәс ҡарарға барҙым. Эләккән мәхлүк, 4-5 йәштәр самаһы булыр. Унда тағы ла алты бүренең ятҡан урыны бар. Уларҙың эҙенә бер төшкәс, ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ине.
Бер мәл бүреләрҙең айыуҙы баҫтырғанын күреп аптыраным. Һунарға сыҡҡайным. Бер заман Баҙал яғынан нимәлер шаптырлап, тауышланып килә. Ҡараһам - айыу. Уның шулай тауышланып сабып килеүенә аптырап ҡарап торған арала айыу күҙҙән юғалды. Күп тә үтмәй, уның артынса 5-6 бүре күренде. Баҡтиһәң, айыу емдеккә килгән дә, бүреләр уны ҡурҡытып баҫтырғандар икән. Хәйләкәр йыртҡыс айыу балаларын да өңөнән сығарып ашай тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар.
А.Аҡыева яҙған мәҡәләнең тулы вариантын "Таң"дың бөгөнгө һанынан уҡый алаһығыҙ.