Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
15 Май 2018, 16:54

Бергәләп көрәшәйек вәхшилеккә ҡаршы!

Редакция коллективы менән легендар Йылҡысыҡҡан күле буйына барҙыҡ. Маҡсатыбыҙ күл янындағы ағастарға сырмалған сепрәктәрҙе алып ташлау һәм күл тирәһендәге сүп-сарҙы йыйыу ине.

Редакция коллективы менән легендар Йылҡысыҡҡан күле буйына барҙыҡ. Маҡсатыбыҙ күл янындағы ағастарға сырмалған сепрәктәрҙе алып ташлау һәм күл тирәһендәге сүп-сарҙы йыйыу ине. Шөкөр, маҡсатыбыҙға ирешеп, яҙғы тәбиғәттә самауыр сәйе эсеп ҡайттыҡ. Быны беҙҙән берәү ҙә талап итмәне - йөрәк ҡушыуы һәм Тәбиғәтебеҙҙең өнһөҙ һыҡтауы саҡырҙы был изге эшкә. Дуҫтар! Тәбиғәткә сыҡҡанда һәр кем бәләкәй генә урынды - үҙе булған ерҙе генә булһа ла таҙартып ҡайтһа, Ер шары күпкә таҙараҡ булыр ине. Йәнә.. анау сепрәктәр... Нимә өсөн бәйләйҙәр уны. Унан ғына кешегә бәхет, һаулыҡ йәки байлыҡ буламы икән ней?... Бәйләнгән әйберҙәр араһында нимә генә юҡ: яулыҡ, ҡулъяулыҡ ярпылары, нәски, еүеш салфетка, бәҙрәф ҡағыҙҙары ҡалдыҡтары... Әрәм итмәйек ағастарҙы!. Сепрәк бәйләнгән ағастар барыһы ла ҡороп бара бит. Изге күлебеҙҙең күҙҙәре керпекһеҙ ҡалып бара. Әгәр кемдеңдер бәйләп торғанын күрһәгеҙ, тыйығыҙ был эштән. Был - мәжүсилек ҡалдығы. Бергәләп көрәшәйек ошо вәхшилеккә ҡаршы!


Читайте нас: