Ниһайәт, яҙ үҙ көсөнә керҙе тип әйтә алабыҙ: йылға-күлдәр боҙҙан әрселде, тирә-яҡ йәшел сиҙәм менә ҡаплана, ҡоштар йырын һуҙа. Тәбиғәт оҙайлы йоҡоһонан уяна, йәмләнә. Тәбиғәтте тағы ла йәмләндереп яҙҙың тәүге сәскәләре күренә башланы. Тик улар беҙҙе оҙаҡ ҡыуандырмаясаҡ: сәскә атыу ваҡыттары бик ҡыҫҡа – бер-нисә көндән ике аҙнаға тиклем.
Беҙҙең районыбыҙҙа яҙ сәскәләренең бер нисә төрө үҫә: ябай сәсәтмәҫ йәки үгәй инә үләне (мать-и-мачеха обыкновенная), кәкүкбаш (медуница), һары умырзая (адонис весенний), асыҡ йоҡоүлән (прострел раскрытый), Биберштейн тюльпаны (тюльпан Биберштейна), эйелеүсән тюльпан (тюльпан поникающий), рус селүләне (рябчик русский), тығыҙ һәрҙәнә йәки яҙ йондоҙо (хохлатка плотная), ҡаҙйыуа (гусиный лук), алтай елбәгәйе (ветреница алтайская), тәүсәскә йәки кәзә һаҡалы (первоцвет) һәм башҡалар.
Әлеге көндә юл буйҙарында, урман эргәләрендә алтай елбәгәйен осратырға була. Йылдағыға ҡарағанда быйыл ул һуңлаңҡырап сәскә атты.
Был һоҡландырғыс, ғәжәйеп матур сәскәләр үҙҙәренә бик һаҡсыл ҡараш талап итә. Урмандар ҡырҡылыуы, бысраныуы, экологик хәлдең насарайыуы, бигерәк тә яҙ көндәрендә кешеләрҙең сәскәләрҙе күпләп йыйыуы, һатыуға сығарыуы уларҙың һанын йылдан-йыл кәметеүгә илтә. Яҙ сәскәләренең күп төрҙәре Ҡыҙыл китапҡа индерелеүе лә ошоноң тураһында һөйләй.
Bash.News сайтынан хәбәр ителеүенсә, быйыл яҙ сәскәләрен өҙгән, һатҡан йәки һатып алған граждандарға штраф һалынасаҡ. Язаның күләме 2500 һумдан 5000 һумға тиклем. (http://www.shulgan-tash.ru/2018/04/oxrana-pervocvetov-delo-kazhdogo-iz-nas/ )
Яҙ сәскәләренең сағыу төҫтәре киләсәк быуыныбыҙҙы ла ҡыуандырһын, тиһәк, уларҙы һаҡлау һәр кемдең бурысына әйләнергә тейеш!
Айһылыу Ноғоманова,
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре.