+6 °С
Болотло
(5 апрелгә ҡарата)
Урмандағы ҡар ҡатламы яҡынса 33 см., ҡарҙағы һыу запасы- 75 мм/м2. Ағиҙел йылғаһында боҙ ҡалынлығы 100 см, урыны –урыны менән 60-115 см. Һыу кимәле уртаса 151 см.
2017 йылда был ваҡытта Ағиҙел йылғаһында боҙ ҡатламы 55-60 см, һыу тәрәнлеге-155 см., ә урманда ҡарҙағы һыу запасы яҡынса 150 мм/см2 ине.
Быйылғы йылда ямғырҙар яумаһа боҙ ятып иреп, ҡалғаны ғына ағып китер тип фаразлана. Әгәр ҡапыл ныҡ йылытып ебәрһә, етмәһә рашҡы-ямғыр яуып торһа, боҙ күтәрелеп, урыны-урыны менән тығылыу ҡурҡынысы бар, етмәһә ерҙә туң ҡатламы ла 1 метрҙан ашыу.
Р.Ҡарағолов, Иҫке Собханғол посы күҙәтеүсеһе.