Баҙал тауы
Тауҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан, нимәне аңлата - асыҡ ҡына билдәле түгел. Ер-һыу атамалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙә лә, гәзит биттәрендә лә осратҡаным булманы. Ғәрәп телендә «баҙал» һүҙе тау тигәнде аңлата.
Баҙал тауының дөйөм оҙонлоғо 40 саҡрым самаһы. Ул Иҫке Собханғолдағы дауахана ултырған тауҙан төнъяҡҡа табан һуҙылып, үрге Әүжәнгә тиклем дауам итә. Әүжәндән төнъяҡҡа табан урыҫтар Юрмашка тип йөрөтәләр. Баҙал тауының бейеклеге диңгеҙ кимәленән 700 метр самаһы. Тауҙың көнъяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә Иҫке һәм Яңы Собханғол, Иҫке һәм Яңы Мөсәт, көнъяҡҡа ҡараған битләүҙәрендә Мәндәғол, Кейекбай ауылдарының ыҙмалары, сабынлыҡтары һәм йәйләүҙәре булды. Иң үкенеслеһе шул - мәғрүр Баҙал тауы итәктәрендәге ер-һыу атамаларының электән килгән исемдәре йылдар үтеү менән онотола, юғала бара. Урындағы тарихты, ер-һыуыбыҙҙы йәштәр белеп үҫһен һәм киләсәк быуындарға барып етһен ине, тигән теләк менән үҙем белгән-ишеткәндәрҙе гәзит аша еткереүҙе бурысым тип һанайым.
Мәндәғол ауылынан Баҙалға артыла биргәс, Үлйәғол ташы тигән яланға барып сығаһың. Бында элгәре Мәндәғол ауылы кешеһе, ҡурайсы Үлйәғолдың сабынлығы булған. Ҡатыны Рабиғаны ихтирам итеп, яратып, Раҡай тип әйтер булған. Ялан ситендәрәк, түбәндә ағып ятҡан бәләкәй генә йылғаны уның исеме менән Раҡай йылғаһы тип йөрөтә башлайҙар. Иғтибар итһәң, эргәлә генә тәрән уй барлығын күрәһең. Элек был урында тирмән өсөн таш сығарғандар. Үлйәғол, Мәндәғолов Камил тигән оҫталарҙың тирә-яҡты ошондағы таштан эшләнгән ҡул тирмәне менән тәьмин итеүҙәре билдәле.
Баҙалдың Мәсем тауы яғынан Көргәҫ, ҡаршы яҡтан Алағуян (Алаҡуян) йылғалары аға. Ике яҡта ла ҡаялар ҙа, эреле-ваҡлы яландар ҙа етәһе. Элегерәк район һабантуйҙары үткән ялан ситенән Арғы ыҙма һәм Оло йылға тигән бәләкәйерәк йылғалар ағып төшә һәм Алағуян йылғаһына ҡушыла. Оло йылға башынан саҡ ҡына өҫтәрәк Оло йылға башы, Ҡымыҙ эскән (элгәре Собханғол ауылдары халҡы байрам иткән урын), Туҡтамыш, Хәҙрәт ҡотоғо (Әбделғәни хәҙрәттең йәйләүе булған), Ярҙы йылға һәм Кәзә ташы тигән яландар, сабынлыҡтар теҙелеп китә. Яңы Мөсәт ауылы эргәһендәге Баҙалдағы ҡаялар теҙмәһе Кәзә ташы тип атала.
Көргәҫ йылғаһы яҡлап Баҙалдан саҡ ҡына ситтәрәк Мәйгәшле башы (Мәйгәшле йылғаһы), Үтәкәй йәйләүе, Соҡор йорт утары (Мәсем һәм Баҙал тауҙары араһы), Сәхип үлеге тигән яландар бар. Иҫке Собханғолдан йәйләүгә күсеп барғас, Сәхип тигән кеше ауырып үлә һәм ошо яланда ерләнә, атама шунан килә. Сәхип яланынан аҫтараҡ Көргәҫ йылғаһы буйында Ирләнде (йылға) башы, Таллы ҡойо һәм арыраҡ Әбдрәш яландары китә. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр, элгәре ҙурыраҡ яландарҙың ситендәге ҡолаҡ-үткәүелдәрҙе лә исемләп йөрөткәндәр, үкенескә күрә, заман үтә исемдәре онотола бара.
Иҫке Собханғолдан түбәнерәк Ағиҙел буйлап Арбаҙай (аэродром яланы) яланы, уны бер нисә өлөшкә бүлеп - Һунар бар, Ауыш күрше, Уҫаҡ төп, Ант иткән, Арҡа ыҙма яландары тип йөрөтәләр, ул Ябаҡ (Ишдәүләт) ауылы йәйләгән урын. Урман эсендәрәк Иҫке Собханғол яғынан килгәндә, яланға етәрәк, урман ситендә зыяраттары ла бар. Унан да түбәндәрәк Иҙел туғайы, Маһи туғайы, ҡаршыһында Маҙалы яланы (ҡасандыр Йәрмөхәмәт (Маҙалы) ауылы булған), Ағиҙел аша Туҡмаҡлы, Аҡбикә, Йүкәле, Бер тором (бәләкәй генә), үрге оста Төлкө осҡан ҡаяһы һәм түбәндәрәк Өйрәкле яландары. Өйрәкле аралы ҡаршыһында Күбек ташы бар. Ағиҙел ошо ташҡа бәрелеп, күбекләнеп аҡҡанға шул исем бирелгән. Күп кенә һалсылар аңғармай килеп шул ташҡа бәрелеп, йыш ҡына зыян күргән. Тар урында йылға тәрән, ә шаршыһында ағым көслө булған.
Мәндәғол ауылының үр яғындағы ялан Үрге, түбәндәгеһе Түбәнге туғай. Түбәнге туғай янында ла арал бар, ҡая аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмә Төмәнәй шишмәһе. Унан ары Себе туғай яланы, ҡаршыһында ғына Ағиҙелгә Мәйгәшле йылғаһы ҡоя. Мәйгәшленең үр яғында Һарыбай яланы, ә уның үрге осонда Бәләкәй бажанай йылғаһы аға.
Мәсем тауының көньяҡ–көнсығыш битләүендәге ҙур ғына ялан - Ҡара һыйыр яланы. Мәсем тауынан баш алып, ялан уртаһынан аҡҡанын Ҡара һыйыр, түбәндәгеһен (Балаган) Һары бейә йылғаһы тип йөрөтәләр. Ҡара һыйырҙан йылға башына тиклем Мөжәүер, Мәхмүт, Бикһултан, Баҙал яҡлап Ҡарағол, Тумарлы, Утар урыны, Федор яландары теҙелеп китә һәм Сыбар таш йылғаһы аға. Был тирәлә иң һуңғы ялан - Көргәҫ башы яланы. Арыраҡ, 3-4 саҡрым тирәһе булалыр, Әлеш (Мөсәт (Саҡмағош ауылы), Әлеш батыр исеменән), унан ары Ҡарағас йорт яландары бар. Хужалыҡтар тарҡалғанға тиклем Әлеш һәм Ҡарағас йорт яландарында “Яңы-юл” дарҙың һауын фермалары йәйләне.
Мәсем тауы
Мәсем тауы Баҙал тауының аръяғында көнбайышта ята. Мәсемде Баҙалдан айырып тороусы йылға - Ҡараһыйыр. Мәсем тауының оҙонлоғо 20 саҡырым. самаһы. Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Бейеклеге 1048 метр. Был урын Ыласын таш, Ҡоҙғон таш ҡаяларының өҫ яғында урынлашҡан. Элек ул урында тригопункт - вышка була торғайны. Йәй көндәрендә, эңер төшкәс, был вышкаға менһәң, Стәрлетамаҡ ҡалаһының уттарын күрергә мөмкин була торғайны. Тауҙың атамаһы ете башҡорт ҡәбиләһенең ханы — Мәсем исеменән алынған. Ошо тау өҫтөндә уның йәйләү урыны булған. Ҡарағөлөмбәт олатай ҙа ошо Ҡараһыйыр буйында йәйләгән. Йылғаның уға тиклемге исеме билдәһеҙ.
Мәсем үҙенсәлекле тау. Йәй көндәре бында еләҫ, һалҡынса. Томан булмай, себен-серәкәйҙәр тынғыһыҙламай. Иҙел буйында еләк-емештәр бешкән мәлдә бында әле саҡ күренә башлай, түбәндә инде ҡойола башлаһа, Мәсемдә саҡ бешеп еткән була. Тауҙы урындағы халыҡ Собханғол Мәсеме (йәйләүе), Мәндәғол Мәсеме тип бүлеп йөрөттө. Собханғол Мәсеменең бер яғында Ишдәүләт, икенсе яғында Собханғол, Мөсәт ауылдары халҡы йәйләгән. Йәйләүҙәрҙең уртаһындағы тәрән генә шишмәнән уртаҡ файҙаландылар.
Мәсемдә иғтибарҙы әллә ҡайҙан йәлеп итеп, мауыҡтырып торған ҡая-таштар күп. Ҡыҙҙар ташы, Ыласын таш, Ҡоҙғон таш һ.б. (Ошо таштар янында АН-2 самолеты ла ағастарға бәрелеп ҡолап төшкәйне). Ҡыҙҙар ташының башы тигеҙ, шыма, ун-ун биш кеше иркен һыя алырлыҡ. Элгәре бында йәйләү осоронда йәштәр, ҡыҙҙар йыйылып уйнап-бейеп күңел асҡандар, исеме шунан тороп ҡалған. Ҡыҙҙар ташы күңел асыу урыны ғына ла түгел, бик борондан - мәжүсилек замандарынан килгән төрлө ритуалдар үткәреү урыны ла булып торған. Ыласын таш, Ҡоҙғон, Ыласын һ.б. ҡоштар боронғо башҡорттарҙа изге ҡоштар рәтенә индерелгән, бәлки шуғалырҙа исемдәре мәңгеләштерелгәндер.
А. Ваһапов,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
Һүрәттә: Ҡыҙҙар ташы.