Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
26 Ғинуар 2018, 17:37

Балалар хат яҙҙылар

«Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Ҡотан, Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй Һәм Ғәлиәкбәр мәктәптәренең башланғыс синыф уҡыусыларына «Хайуандарға хат» тип аталған Бөтә Рәсәй проекты буйынса дәрестәр үткәрҙе.

Үткән йыл аҙағында «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Ҡотан, Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй Һәм Ғәлиәкбәр мәктәптәренең башланғыс синыф уҡыусыларына «Хайуандарға хат» тип аталған Бөтә Рәсәй проекты буйынса дәрестәр үткәрҙе. Был проекттың төп бурысы – балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү уятыу, кәрәккәндә ярҙам ҡулы һуҙыу, яҡлау һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Дәрес башында балалар менән диалог формаһында нимә ул хат, почта хеҙмәткәрҙәренең эше, хаттарҙың адресатҡа барып етеү юлдары тураһында һөйләшеү алып барылды. Уҡыусыларға үҙҙәренә оҡшаған хайуан менән дуҫлашыу юлы итеп уға хат яҙыу тәҡдим ителде. Күп тә үтмәй махсус әҙерләп ҡалдырылған ҡумталарға хаттар “яуҙы”.

Әлеге ваҡытта балалар яуаптар көтә, оҙаҡламай уларяңы дуҫтарынан сәләм хаты аласаҡ. Бындай хат алышыу май айына тиклем дауам итәсәк. Кескәй дуҫтарыбыҙ ҙур йөрәкле, тәбиғәткә ысын дуҫ һәм уны яҡлаусы булып үҫерҙәр тип ышанабыҙ.

Айһылыу Ноғоманова, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре
Читайте нас: