Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
15 Ғинуар 2018, 12:35

Бурыс - тәбиғәтте яҡлау һәм һаҡлау

Быйыл “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Быйыл “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ойошма 1958 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының филиалы булараҡ барлыҡҡа килә. 1986 йылда үҙаллылыҡ статусы алып “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы булараҡ айырылып сыға. Ҡурсаулыҡ биләгән майҙаны буйынса иң бәләкәйҙәр иҫәбендә - барлығы 22 531 гектар. 2012 йылда “Башҡорт Уралы” комплекслы биосфера резерваты барлыҡҡа килә һәм уның составына инеүсе “Шүлгән-Таш” та биосфера ҡурсаулығы статусын йөрөтә башлай. “Шүлгән-Таш” тәбиғәт ҡурсаулығы тәбиғәтте һаҡлау, ғилми-тикшеренеү, экологик ағартыу эштәре менән шөғөлләнә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре - бөрйән солоҡ бал ҡортоноң урындағы популяцияһын һаҡлау һәм өйрәнеү, солоҡсолоҡ кәсебен, шулай уҡ палеолит осорона ҡараған һүрәттәре булған Шүлгән-Таш мәмерйәһе археология һәм мәҙәниәт һәйкәлен һаҡлау.

1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы Александр Рюмин тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен тапҡандан һуң Шүлгән-Таш мәмерйәһенең даны бөтә ғилми донъяға тарала. Бөгөнгө көндә 200-ҙән ашыу һүрәт һәм уларҙың реликттары билдәле. Иң башта, радиоуглерод ысулы менән билдәләгәндә, һүрәттәрҙең йәше 14-18,5 мең йыл арауығын күрһәткән. Һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе авторы Юрий Дублянский уран-торий ысулын ҡулланып, тәүтормош һүрәттәренең 14-37 мең йыл тирәһе элек эшләнгән булыуҙарын иҫбатлай. Бындай боронғо һүрәттәр әлеге ваҡытта Испанияла һәм Францияла ғына бар. Шуға ла Шүлгән-Таш мәмерйәһе ҡурсаулыҡтың ғына түгел, районыбыҙҙың, тотош илебеҙҙең даны. Ә инде уның башҡорт халҡының мәшһүр “Урал Батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары менән бәйле булыуы мәмерйәгә тағы ла ҙурыраҡ мәртәбә өҫтәй.

Үтеп киткән Экология һәм айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре йылы беҙҙең өсөн әһәмиәтле булды. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр көс түгеп башҡарған “Ҡурсаулы Нөгөш” һыу буйы маршруты проекты Тәбиғәтте ҡулланыу һәи экология министрлығы ҡатнашлығында Рус география йәмғиәте ойошторған “Иң яҡшы туристик туҡталҡа” конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды. “Шүлгән-Таш” тәбиғәт ҡурсаулығының булышлығы, дөрөҫ маркетинг йүнәлештә эшләүе һөҙөмтәһендә боронғо ата-бабалар кәсебе – солоҡсолоҡ менән ҡыҙыҡһынып, шөғөлләнергә теләүселәр артты.
Быйыл ҡурсаулыҡтың солоҡ балы икенсе тапҡыр “Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары-2017” конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы “Капова пещера” һәм “Шүлгән-Таш” һүҙмә (словесный) тауар билдәләрен Дәүләт реестрында теркәне һәм быны раҫлаусы таныҡлыҡтар алыуға өлгәште.

Проблемаларҙан да азат түгелбеҙ. Ҡурсаулыҡтың майҙанының бәләкәй булыуы бөрйән бал ҡорттарының генетик таҙалығын һаҡлауға ҡамасаулай. Шул уҡ ваҡытта туристик инфраструктураны үҫтереү йүнәләшендә лә эшләйһе эштәр етәһе.

Ләлә Хәйбуллина,

“Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәре.
Читайте нас: