Бөтә яңылыҡтар
Тарих
20 Сентябрь , 09:30

Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты

Район, республика, Рәсәй, хатта сит илдәр кимәлендә үткән ярыш-турнирҙарҙа призлы урындар яулап йөрөгән Бөрйән уҡсылары Азат Ишкилдин, Наилә Ишкилдина, Әлиә Ишморатова Иҫке Собханғол мәктәбенең 6 Ш класы уҡыусылары менән осрашты. Балаларға иң оҡшағаны нимә булған икән, тиһегеҙ?

Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты

 -Ваҡыт ҡыҫҡа ғына булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларға башҡорттарҙың милли кейеме тураһында һөйләнек, балалар француз яулығының тарихын да ҡыҙыҡһынып тыңланылар, турнирҙар- ярыштар тураһында ла мәғлүмәттәр еткерҙек. Әммә уҡыусыларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны милли йәйәнән уҡ атып ҡарау ине.
Әлбиттә, һәр береһе ҡулдарына ян тотоп, уҡ атып ҡаранылар. Сәмләнеп китеп, ҡуйылған сәптәргә тигеҙергә тырыштылар.
Уҡыусылар менән осрашыу бик фәһемле һәм йылы мөхиттә үтте.
Клас етәкселәре Фирүзә Кинйәбулатоваға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Бындай осрашыуҙар балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана һәм күңелдәрендә яҡты эҙ булып ҡала, - ти Наилә Ишкилдина.

Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Шайморатовсылар уғатарҙар менән осрашты
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: