Бөтә яңылыҡтар
Тарих
30 Июль , 15:07

Музей - тарихи байлығыбыҙ

Башҡортостан – туристар сәйәхәт өсөн һайлаған иң билдәле төбәктәр иҫәбендә. Быға, әлбиттә, бар донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе булышлыҡ итмәй ҡалмай. Мәғлүм булыуынса, мәмерйәнең диуарҙарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында унда туристарҙы индереү сикләнгән. Шуға ошо биләмәлә заманса музей комплексы төҙөлөп, тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙың күсермәләрен ҡарау мөмкинлеге булдырылды.

Музей - тарихи байлығыбыҙ
Музей - тарихи байлығыбыҙ

– Шүлгәнташ мәмерйәһенә ҡарата бик һаҡсыл мөнәсәбәттәбеҙ. Был тарихи, мәҙәни, белем биреү комплексын шул маҡсатта төҙөнөк тә инде. Унда ғилми симпозиумдар, мәғариф һәм мәҙәни саралар үтәсәк. Музей янында ҡунаҡхана, заманса инфраструктура ла буласаҡ, Шүлгәнташ республиканың көньяғындағы туризм үҙәгенә әйләнәсәк, - тигәйне музейҙы асҡанда Радий Хәбиров.

Музейҙың төҙөлөүенә 2 генә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ул туристар араһында тиҙ арала киң билдәлелек яуланы. Әйткәндәй, "Шүлгән-Таш" музей комплексының асылыуы Рәсәй картаһында Морат туғайының айырым туристик урын булып билдәләнеүенә булышлыҡ итте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә музей халыҡ-ара һәм Рәсәй премиялары лауреаты булып өлгөрҙө. “Йыл маршруты - 2022” Бөтә Рәсәй конкурсында “Иң яҡшы музей экскурсияһы” номинацияһында еңеүсе, Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән Russian Event Awards 2023 Халыҡ-ара премияһында Гран-при яуланы. 2 йыл эсендә музей комплексында 100-ҙән ашыу киң күләмле мәҙәни, рәсми, күңел асыу саралары үткән. Ағымдағы йылда ойошторолған 20-нән ашыу сарала 7 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Төрлө форматта үткәрелгән саралар бында ҡышҡы каникулдарҙа уҡ башланып китә. “Урал батыр ерендә каникулдар”, “Музей төнө”, туристик миҙгелде асыу саралары, асыҡ һауала үткән концерттар – барыһы ла музей хеҙмәткәрҙәре тарафынан юғары ойошҡанлыҡ менән үткәрелә. Күңел асыу сараларынан тыш, республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге семинарҙар, фәнни-ғилми конференциялар ойошторола. “Республика ғына түгел, федераль кимәлдәге күләмле сараларҙы үткәреү өсөн асыҡ һауалағы сәхнә комплексы булыуы бигерәк уңайлы. Бының өсөн республика башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Был сәхнәлә туристар һәм ҡунаҡтар, район халҡы өсөн билдәле артистар – Роберт Юлдашев менән “Ҡурайсы” төркөмө, Сәғиҙулла Байегет, Рөстәм Ғиззәтуллин, “Бишбармаҡ” оркестры, “ДәрүишХан”, “Етегән” төркөмдәре, Рәсүл Ҡарабулатов, Зәйнетдин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар сығыш яһаны. Оpen-air форматында үткән концерт-фестивалдәр музейҙың брендына әйләнде, тип әйтергә була”, - ти музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Әбүбәкирова.

Быйыл музей 18 меңдән ашыу туристы ҡабул итеп өлгөргән дә инде. Улар араһында Башҡортостан һәм Рәсәй халҡынан тыш, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Монголия, Һиндостан, Египет, Испания, Италия, Кения, Германия, Сауд Ғәрәбстаны, Абхазия туристары бар. Музей комплексы барыһында  һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уята. Был уларҙың видеобаһаламаларында асыҡ күренә.

Александр Акулов, Силәбе ҡалаһы, “Таҡыя” конкурсының жюри ағзаһы: “Шүлгән-Таш” музей комплексына килгән саҡта ябай археологик музейҙыр тип уйлағайным. Күргәс, хайран ҡалдым. Уны бүтән бер музей менән дә сағыштырып булмай. Һәр бер деталь уйланып, урын-еренә еткереп эшләнгән. Хеҙмәткәрҙәр бик яғымлы, ярҙам итергә әҙер торалар. Бөтә хис-тойғоларҙы уята торған урын булып сыҡты”.

Станислав Дробышевский, биология фәндәре кандидаты, Рәсәй полеантропологы: “Ышаныс менән әйтә алам - Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм музей комплексы беҙҙең илебеҙҙә боронғо кешеләр тураһындағы иң яҡшы музей”.

Ырза Турсынзада, Ҡаҙағстан дизайнеры: “Шүлгән-Таш” музей комплексына килгәнсе мәмерйәнең һәм музейҙың тарихы менән танышып сыҡҡайныҡ. Комплекста материалды шул тиклем аңлайышлы итеп еткерәләр, хатта шул дәүергә ҡайтҡандай булаһың. Музей башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә донъяның тарихи байлығы булып танылырға хоҡуҡлы”.   

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: