-Был китаптың авторы - физика-математика фәндәре докторы, профессор, мәғариф алдынғыһы, яҡташыбыҙ Маликов Рәмил Фәруҡ улы һәм уның ҡыҙы Усманова Аделя.
Китапта Бөрйән районында йәшәгән ҡырағай-ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе, ауылдар тарихы, һәр ауылдың данлыҡлы кешеләренең ҡыҫҡаса биографияһы бирелгән. Бик күп мәғлүмәт архивтан алынған, архив материалдарының оригиналдары китапта бар.
Һәр ауылдың шәжәрәһе, ниндәй фамилия ниндәй араға ҡарағаны айырым күрһәтелгән.
Тиҙҙән 2-се томы сығасаҡ икән. Уныһында инде Әбйәлил Баймаҡ районында йәшәгән ҡырағай-ҡыпсаҡтарҙың шәжәрәһе буласаҡ.
Рәхмәт, Раушания! Уҡыуыңды уңышлы тамамлап, ҡыуанып эшләргә яҙһын.
Китаптың ниндәй етешһеҙлектәре бар, кем төшөп ҡалган, етә йә артыҡ яҙылған булһа, Раушанияға ватсапҡа йәки ВК-ға яҙығыҙ. Был китап йыл аша тиерлек яңыртылып, тулылындырылып сығып тора, - тип яҙа ауыл китапханаһы мөдире Нәзилә Исҡужина.
Кильдигуловская сельская библиотека төркөмө мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды.