Бөтә яңылыҡтар
Тарих
29 Февраль , 08:00

Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды

"Заман менән бергә атлау өсөн, заман яңылыҡтарынан артта ҡалмаҫҡа",- тигән девиз менән эшләгән Әбделмәмбәт мәктәбендә музей ошо арала ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.

Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды

РФ Президенты грантына «Мәктәп музейы. Перезагрузка» проекты менән еңеп сығып, мәктәп музейын тулыһынса яңыртыуға ирешкән ҡыпсаҡтар.

Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләренең тарихҡа һәм үҙ аллы белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Мәктәп директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаев белдереүенсә, гранттың дөйөм суммаһы яҡынса 800 мең һум тәшкил иткән. Шуның 500 меңен фонд биргән, 100 меңе мәктәп иҫәбенән, 50 меңе район хакимиәтенән бүленгән.

-Эште башлар алдынан республиканың музей белгестәренән консультация алдыҡ, ошо уҡ грантта еңеп сыҡҡан Белорет ҡалаһындағы музейҙы барып күрҙек һәм яңы форматта эште башланыҡ. Проект ошо урында ғына туҡтап ҡалмай, июнгә тиклем дауам итә. Расписание буйынса ике аҙнаға бер тапҡыр асыҡ ишектәр көнө уҙғарыласаҡ. Был көндә ата-әсәләр, ауыл халҡы мәктәпкә килеп музей менән таныша ала. Уҡыусылар ҙа график буйынса музейға даими йөрөйәсәктәр. Мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, музейҙы булдырыуға күп көс һалған Миңзәлә Фәтҡуллинаға, экспонаттарҙы туплауҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Музей артабан да тулыланыу өҫтөндә эшләй. Үткәндәрҙе белмәйенсә, киләсәкте күҙаллап булмай, - тине Инсур Рәмил улы.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Сәйфитдинов мәктәптең ҡыуанысын уртаҡлашып, музейҙың тәрбиәүи эштәрҙәге әһәмиәте тураһында һөйләне, артабан да уңышлы эшләүен теләне.

- Музей ул халыҡ хәтере. Ошо музейҙы булдырыуға биш йыл самаһы ваҡыт киткәндер. Ауылда музейға әйбер килтермәгән кеше ҡалмағандыр ул. Уҡыусылар менән мәғлүмәт, экспонаттар артынан өй һайын йөрөп, күрше ауылдарға ла сығып китә торғайныҡ. Музейға иғтибарығыҙҙы кәметмәгән өсөн рәхмәт, яңы заманса музей менән балалар тағы ла ҡыҙыҡһыныр, тип ышанам, - тине музейҙы булдырыуға үҙенең тос өлөшөн индергән хаҡлы ялдағы уҡытыусы М. Фәтҡуллина.

Замана балаһына аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн уникаль экспонаттар өсөн заманса витрина ҡоролмаһы ҡуйылған. Экпонаттарҙы махсус куар-кодтар ярҙамында, музейҙы интернет киңлектәрендә сайттан ҡарау мөмкинлеге лә бар.

 

#ФондПрезидентскихГрантовРФ

#ПроектШкольныйМузей

Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Әбделмәмбәттә яңыртылған мәктәп музейы асылды
Автор:
Читайте нас: