-Уҡыусыларыбыҙ менән ваҡытты файҙалы үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Алыҫҡа китмәй, мәктәбебеҙҙә урынлашҡан музейға булды сәйәхәтебеҙ. Музей етәксеһе, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Нәсимә Әнүәр ҡыҙы беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Әйтергә кәрәк, шәхсән үҙем бында күп тапҡыр булыуыма ҡарамаҫтан, беренсегә килгәндәй булып, һоҡланып тыңланым Нәсимә Әнүәр ҡыҙы һөйләгән мәғлүмәтте. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, уны яратып башҡарған кешеләр эргәһендә күңелгә илһам табаһың бит ул.
Музейға ингән ерҙән уҡыусылар менән йәнле әңгәмә башланды. Һәр бүлек, һәр мөйөш тарих һаҡлай бында. Аралар шәжәрәһе, совет осоро, һуғыш ветерандары, мәктәп һәм ауыл, район тарихы, боронғо осорҙағы көнкүреш әйберҙәре, тирмә һәм башҡа бик күп тематик мөйөштәр булдырылған унда. Шуларҙың һәр береһе тураһында аныҡ һәм тулы мәғлүмәтте уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Үҙҙәре белергә теләгән һәр һорауға яуап таптылар, иғтибарҙы йәлеп иткән әйберҙәрҙе тотоп ҡарап, фотоға ла төшөрөп алдылар. Мәктәп музейына сәйәхәт һәр кемгә бик оҡшаны.
Мауыҡтырғыс һәм файҙалы сара өсөн музей етәксеһе Нәсимә Әнүәр ҡыҙына класыбыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! – тип хәбәр итә мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Кинйәбулатова.
Сығанаҡ - Фируза Киньябулатова (ишбулатова)