Һәр быуын әҙәм балалары үҙ дәүеренең ауыр йөгөн күтәрә – тормош, йәшәйеш ҡанундары шулай ҡоролған. Күрәсәктән ҡасып ҡотолоп бумай, тигәндәр борон ата – бабаларыбыҙ. Алдарында ниндәй генә ҡаршылыҡтар тормаһын, ниндәй генә ҡыйын хәлдәргә тарымаһын, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар, әсе ҡайғылар кисермәһен, көслө рухлы әҙәм балалары теше-тырнағы менән еңеп сығырға, йәшәргә тырышып ята. Кешене өмөт йәшәтә. Ана шундай заттарҙың береһе ине ул эсендәге тышында, балаларса бер ҡатлы, тура һүҙле ҡоҙағыйым Ғәлләмова Хәҙисә Ғәббәс ҡыҙы. 2017 йылда Ҡотан ауылында булғанда, ҡоҙағыйымдан һорашып, тормош юлы, күргән-белгәндәре тураһындағы хәтирәләрен яҙып алғайным. Уның һөйләгәндәре балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә иҫтәлек, йәш быуынға фәһем булыр, тип уйлайым.
- Мин Ғәббәс Хәмит улы һәм Алмабикә Муллагилде ҡыҙы Ырыҫбаевтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым урта хәлле крәҫтиән булған. Колхозлашыу осоронда атын, һыйырын тартып алалар. 1921 йылда әсәйемдең бөтә туғандары аслыҡтан үлеп бөтәләр. Шул аслыҡ касафаты инде, беҙҙең ғаиләлә минән алда дүрт бала тыуып, үлгән. Атай менән әсәй балаларһыҙ, туғандарһыҙ, бер нәмәһеҙ тороп ҡалалар.
Элек әллә ни уҡыу ҙа булманы, дүрт класты ғына тамамлай алдыҡ. Беҙҙең быуын балаларын, һөйәктәре нығынып та бөтмәгән, бәләкәй генәләр бит әле, тип йәлләп торманылар, шартлатып эшкә ҡуштылар. Башаҡ йыйҙыҡ, көлтә бәйләнек, иген елгәрергә йөрөнөк, үгеҙ егеп, ер ҙә тырматтыҡ, Ырғыҙлыла юл көрәнек, Күркәтауҙа ҡыуғында ла йөрөнөк. Гел ыуаҡ ҡына балалар инек. Бер ҡыҙыбыҙҙы бүрәнә баҫып үлтерҙе. Ҡара шәлен носилка итеп бәйләп, баракҡа алып ҡайттыҡ. Носилка менән ташып, юл эшләнек. Кешеләр ошо юлдан үтеп, һуғышҡа китәләр ине.
1942-ме, 1943 йыл инеме икән, военкоматҡа комиссияға саҡыртып, ФЗО - ға ебәрәбеҙ, тинеләр. Туҡанға тиклем йәйәү барҙыҡ, унан Золотоусҡа тип, тағы ла йәйәү тура юлдан алып киттеләр. Ҡайһы берәүҙәр ҡастылар. ФЗО, тиһәләр ҙә, беҙҙе уҡытманылар, шунда уҡ эшкә ҡуштылар. Ағас табанлы брезент ботинка биргән булдылар. Уны кейеп ниҙер эшләү түгел, атлап та булмай. Ҡыйын: шул тиклем асыҡтыра, ашарға етмәй, бик аҙ. Өҫтәүенә, килеп тороп саң, һыуығы һөйәктәргә үтә. Беҙ ҙә, 4 кеше, ҡасып ҡайтырға булдыҡ. Юл белгән кешеләрҙән һораштырып, ҡағыҙға ауылдарҙың исемдәрен яҙып алдыҡ. Ағас табанлы брезент ботинкаларҙы кейеп атлап булмай бит инде, бәреп киттек. Кейгән кейемгенәләребеҙ бер пинжәк тә бер яулыҡ инде. Юлға 11 кеше сыҡһаҡ та, күмәк барһаҡ, тоторҙар, тип таралышып бөттөк. Беҙ дүртәү ҡалдыҡ: мин, Сәлимә, тағы ла Һөйөштән ике ҡыҙ инек.
Асбыҙ, фатир бирһәләр, инеп йоҡлайбыҙ, бирмәһәләр, ишек төбөндә булһа ла ултырып сығабыҙ. Учалы районының Кәкүк ауылынанмы икән, бер яңғыҙ уҡытыусы ҡатын беҙҙе керетеп, йомшаҡ кейеҙҙәргә, мендәрҙәргә һалып, йылы юрғандар ябындырып йоҡлатып сығарҙы. “Һаҡ булығыҙ, тотһалар, кире ебәрәләр”, - тип ныҡ итеп иҫкәртте. Гел юл ситләп кенә киләбеҙ. Белоретта баҙар көнө ине. Баҙарға керһәк, тотолоп ҡуйырбыҙ, тип ҡурҡабыҙ. Килеп тороп ҡойма ямғыр һыҙыра ғына. Ҡыу ағас төбөндә таң аттырҙыҡ. Бер иптәшебеҙҙең әҙерәк аҡсаһы булған икән. Картуфтан бешерелгән өшәкәй алып әҙерәк ашаныҡ та юлыбыҙҙы дауам иттек. Сермәндә ире һуғышҡа киткән балалы ҡатындың өйөнә кереп йоҡланыҡ. Шул ваҡыт бер егет килеп керҙе лә: ”Һеҙ кемдәр ул, хәҙер үк сельсоветҡа әйтеп, тотторам бит,” - тине. Ҡурҡыштан йөрәктәребеҙ табандарыбыҙға төшөп китте.
Ике Һөйөш ҡыҙыҡайы беҙҙән айырылды, икебеҙ ҡалдыҡ. Сәлимә:
- Атайым менән әсәйемде ҡайтып бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем, - тип илай.
Үлмәҫкә үле балыҡ, тигәндәй, Сермәнде сыҡҡас, юлда төшөп ҡалған бәрәңгеләргә тап булдыҡ. Тиҙ генә йыя һалып алдыҡ та Аҙнағолда ҡыуана-ҡыуана тимер мейестә өтөп ашаныҡ. Ҡаһарманға килеп етеп, бер бисәнән йоҡлап сығырға фатир һорағайныҡ, уныһына хаҡ кәрәк булды. Өйҙән алып киткән киндер ебем бар ине, ахрыһы, шуны бирҙем. Аяҡтарыбыҙҙың ни йәне ҡалды икән. Атҡа тейәлеп мәрйәләр килә ине. Беҙҙе йәлләп, аяҡтарыбыҙға сабата кейҙереп киттеләр. Шуларҙы кейеп ары атланыҡ. Әүжәнгә килеп еттек. Бер өйҙөң ҡапҡаһын туҡылдатып ҡараныҡ, ирем, балам ауырый, тип керетмәнеләр. Айыуҙан да, бүренән дә, кешенән дә ҡурҡманыҡ. Элек кеше кешегә теймәне бит ул. Кәртә артынан барып, бер урыҫтың мунсаһына кереп, картуф ашап, эләүкәһенә менеп ятып йоҡланыҡ. Хужаһы килеп сығып туҡмап ташламаһын, тип иртә тороп ҡайтып киттек. Байназарға килеп еткәс, Сәлимәнән айырылдым. Ул ныҡ итеп ауырып китте. Кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, бер үҙем йәшеренеп кенә кәртә артынан ҡайтып индем. Бөтәһе 13 көн юлда булып, 7 ноябрь ғына ҡайтып еттек. Мине барыбер күреп ҡалғандар шул.
- Хәҙисә ҡайттымы әллә? – тип һорайҙар икән.
Кеше күреп ҡалмаһын, тип көндөҙ ҡурҡып, иҙән аҫтында ятам. Мейес башында ғына йәшенеп ултырам. Атайым:
-Ырғыҙлыла бүрәнә ҡырҡабыҙ. Барыбер военный эш бит, алып китмәҫтәр әле, йәшенеп ятҡансы, әйҙә, шунда эшләп ҡара, - тине.
Мин, Сәлимә, Мөхәмәҙулла ҡарт муйынға арҡан һалып, бүрәнә һөйрәп, ҡырҡылған ағастарға өйҙөк. Яҙ сығып, йәй еткәс, ауылға ҡайтып, бесәнгә төштөк. Ауылдан ҡырҙа ятып бесән эшләй инек. Иртә менән шул тиклем ҡуйы томан. Алдан һиҙҙерткәндер инде: йөрәк атылып тора, бер нисек тә тыныслана алмайым. Ун саҡрым йәйәүләп атайым килеп етте.
- Һеҙҙең кеүектәрҙе алып китәләр икән, прокурормы, МВД-мы саҡырта, - тине. Иптәш ҡыҙым менән йәйәүләп ҡайтып керҙек. Атайым тәкә һуйып биргән дә эшкә киткән икән. Әсәйем ит һалған, үҙе һөйләнеп-һөйләнеп илай:
- Ныҡ ауырыу ғына инең бит, бәләкәй сағыңда үлгән булһаң, ҡайғыларың күптән онотолған булыр ине, - ти.
Дүрт балаһы үлеп, бишенсеһе мин инем бит. Һөйөштән ике ҡыҙ килеп, Сәлимә, мин дүртәүләп юлға сыҡтыҡ. Мәндәғолдоң үр яғында сәй ҡайнатып эсеп алдыҡ.
- Военный трибунал судить иткән, биш йыл, тиҙәр. Әллә ҡасайыҡмы, биш йыл ғүмер әҙ түгел бит, - тинем. Иптәштәрем:
- Ҡуй, атай - әсәйҙәребеҙҙе ыҙалатып бөтөрҙәр. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Маңлайға ниҙәр яҙылған, шуны күрәбеҙ инде, - тиҙәр. Хәҙер шул ваҡыттар иҫкә төшһә, илағылар килеп китә.
Бөрйәнгә барғайныҡ, прокуратурала: “5 йыл, военный трибунал”, – тип шап иттереп япты ла ҡуйҙылар. Оҙаҡ ултыртып ҡуйманылар, Бөрйән милисиәләренең аттарына бесән әҙерләтергә алып йөрөттөләр. Гел йәйәү йөрөттөләр бит әле. Шунан һуң милисиәләр Әбйәлилгә лә йәйәү алып барып тапшырҙылар. Бында беҙҙән ат тиҙәгенән кирбес эшләттереп, яғыулыҡ әҙерләттеләр. Белоретҡа ла йәйәү барҙыҡ. Төрмә Белорет ҡалаһының уртаһында ине. Бер кис йоҡлаттылар ҙа иртәнсәк алып та киттеләр. Ломовка тигән урыҫ ауылы яғында төрмә төҙөйҙәр икән. Яңы төҙөлгән төрмә эргәһендәрәк өс этажлы тирмән булған, беҙҙе шунда урынлаштырҙылар. Беҙ, ҡыҙҙар - указдар, өсөнсө этажда урынлаштыҡ. Иртәнсәк эшкә алып сығып китәләр ҙә кис килтереп бикләйҙәр. Бешергән нәмәләре: бер-ике бөртөк картуф, кәбеҫтә турайҙар, көнөнә 600 грамм сейле -бешле икмәк. Ағас мискәгә сиратлап ярау итәбеҙ ҙә иртәнсәк сығарып түгәбеҙ.
Эксковатор һалған тупраҡты ташып һиптек. Һөйөш ҡыҙҙары Ғәлимә, Сәхибә менән нигеҙгә тултырырға урмандан ташып вагондарға таш тейәйбеҙ. Ҡырҙараҡ ятҡан кирбестәрҙе лә носилкаға һалып ташыныҡ. Ике кешегә 12 кирбес һалабыҙ. Кәйлә менән ер соҡоноҡ, тачка менән ташып тигеҙләнек. Ныҡ һыуыҡтарҙа ут яғып йылынып ала инек. Ҡыҙҙарҙың күптәре эшләй алманылар, эстәре түбәнләп, геморрой менән ҡаңғырҙылар. Бер көндө уларҙың бөтәһен дә йыйып алып киттеләр. Ҡайҙа алып киткәндәрҙер, белмәйем, аҙаҡ береһен дә бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да күрмәнем.
Ә бер көндө төрмә начальниктары беҙҙең фамилияларыбыҙҙы әйтеп теҙеп ҡуйҙылар. Белореттағы төрмәгә алып килделәр, әҙерәк ашарға бирҙеләр ҙә станцияға дүртебеҙҙе алып барҙылар.Тирләнгә килеп еттек. Үҙәктәргә үтерлек әсе ғинуар һыуығы, сабаталарыбыҙ аяҡтарыбыҙға ҡуша йәбеште. Тирләндән пассажир поезы менән Визауай тигән станцияға килеп еттек. Асбыҙ, бейәләйемде бер мәрйәгә биреп, нимәлер алып ашаным. Помойҙағы бысраҡ картуфты ла эҙләп алып, өтөп ашарға тура килде. Кисен поезд менән Черниковкаға килеп еттек. Мунсаға алып барҙылар. 600 грамм икмәк бирҙеләр. Беҙҙе моторҙар эшләй торған заводҡа алып килгәндәр икән. Һуғыш ваҡыты бит, ҡорал эшләргә кәрәк. Ленинградтан, Мәскәүҙән килгән заводтар эшләй ине. Беренсе цехта - самолеттарға моторҙар етештергән урында эшләнем. Ҡарттар, ҡатындар эшкә өйрәттеләр. Ҡоро паек, столовая, көнөнә 800 грамм икмәк бирҙеләр, бүтәндәргә 600 грамм булды. Товарный поезда отпускаға ҡайтып килдем. Кеше элек һәйбәт булды бит ул, бер ҡурҡылманы.
9 май завод тып – тын ҡалды. Ҡайһыһы ҡыуана, ҡайһыһы илай. Беҙҙе ятаҡтарға ҡайтарып ебәрҙеләр. Икмәктәр арыш булһа ла, арыу булып китте. Һыу ҡайнатып эсәбеҙ ҙә арыш икмәге ашайбыҙ. 1948 йылда отпускаға ҡайтҡайным, атайым, әсәйем ҡарт, тип справка алып тороп ҡалдым. Тормошҡа сыҡтым, алты балам булды, береһе үлде. Ирем үлеүгә лә күп йылдар үтте инде. Кесе балам Кәримгә туғыҙ йәш ине. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән гөрләтеп йәшәп ятам. Күп нужна күрһәм дә, һаулығым һәйбәт, мохтажлығым юҡ. Балаларым:
- Урманда ғына ятып үләһең инде, йөрөмә, - тип тыйып торһалар ҙа, урманда йөрөргә яратам, емеш-еләк, дарыу үләндәре йыям. Хөкүмәт сәйен эскәнем юҡ, үлән сәйе бигерәк тәмле. Тормош матур, ни ашайым, ни эсәйем, тип тормайһың, бөтәһе лә бар бит. Беҙ күргән ауырлыҡтарҙы күрмәһен ине балалар. Хәҙерге йәштәрҙең ни эшләптер һаулыҡтары ла юҡ, эсеүгә әүәҫтәр шул. Эсмәй, тартмай, талашмай, ғаиләләре менән матур йәшәһендәр ине, - тип һүҙен тамамланы ҡоҙағыйым.
Ырыҫы барҙың ырыҫы алда, ти. Йәшләй генә ни хәтлем ауырлыҡтар кисерһә лә, рухы һынмаған ҡоҙағыйыбыҙҙың. Донъяға, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә оло һөйөү менән бағып, барына шөкөр итеп йәшәп, 85 йәшендә донъя ҡуйҙы.
Шәһүрә Әхмәҙиева (Учалыла йәшәүсе Ғәлиәкбәр ҡыҙы).