Ул минең өсөн космонавтар отрядына ҡабул ителеү кимәлендәге ваҡиға булып иҫтә ҡалған. 1962 йылдың сатлама һыуыҡ декабрендә математика уҡытыусыһы Марс Сатвалов ағай колхоздың 3 бесән санаһына, беҙҙе толопҡа төрөп, икешәрләп, бәйләп тигәндәй нығытып ултыртып, 60 саҡырымда ятҡан район үҙәгенә алып китте. Йөк тейәргә барған ылау хужаһы һәм уҡытыусыбыҙ - иң алдағы санала, ә беҙҙең аттарҙы ҡыуыусы ла, туҡтатыусы ла юҡ - эйәреп кенә баралар. Тар ғына сана юлы. Барып еткәнсе, тигәндәй, кешеһеҙ юл, тик сана шығырҙауы, ап-аҡ ялтырап ятҡан ҡар...
Эргәмдәге Шәһиҙә лә бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡушмай, йоҡомһорап барабыҙ...Ҡапыл ат туҡтағанын тойоп, башты толоптан сығарһаҡ, атыбыҙ юл ситендәге бесән киҫәген сәйнәп тора, алдағылар күренмәй ҙә. Шунда ла һөрән һалмайбыҙ бит әле, аттың ихтыярына ышанып, «на-нанан» һалдырып тик ултырабыҙ.
Иртәгәһенә ВЛКСМ-дың райком бюроһында, ил тарихы һәм комсомол уставы буйынса һорауҙарға шартлатып яуап биреп, комсомолға алынып, әллә кем булып ҡыуанышып, Бөрйәндең берҙән-бер фотографына комсомол билете өсөн төшөргә барҙыҡ. Шунда төшкән фото был.
(Мәҡәлә 2022 йылда яҙылған).
Зәйтүнә Шәрипова, филология фәндәре докторы.