Бөтә яңылыҡтар
Тарих
16 Октябрь 2023, 11:30

ҠОТАНДЫҢ ЯУ КҮРГӘН МӘСЕТЕ...

Бүгәс яуына саҡлы беҙҙең Ҡотан ауылын Мәсетле тип йөрөткәндәр. Ниңә тиһәң, ауылдың бик ҙур мәсете булған.

ҠОТАНДЫҢ ЯУ КҮРГӘН МӘСЕТЕ...
ҠОТАНДЫҢ ЯУ КҮРГӘН МӘСЕТЕ...

Бүгәс, Вознесен заводын алырға тип, Ырғыҙлы ауылына килгәс, үҙенә ғәскәр йыя башлаған. Беҙҙең Ҡотан муллаһы уға ҡаршы сыҡҡан халыҡҡа ҡотҡо таратҡан: имеш, ул Петр батша түгел, бер боласы, динһеҙ бер бәндә, тигән.
Бына шуның өсөн дә Бүгәс беҙҙең мәсетте Ағиҙелдең һул яғындағы тау башынан тороп туптан аттырған, тиҙәр. Шуға ла был тау хәҙер Бүгәс тауы тип атала. Бүгәс йәҙрәләрен мәсет ултырған ҡалҡыулыҡтан әлегә тиклем таба торғайнылар.
Яу баҫтырылғас, Бүгәс емерттергән мәсет урынына яңы мәсет һалған булғандар.

БХИ 2 том.1964 йылда Бөрйән р-ны Ҡотан ауылы Алтынсурина
Яҡшыбикә Булат ҡыҙынан (1905 йылғы) Л. Г. Бараг һәм БДУ талибәһе С. Рәхимова яҙып алған. «Деревня Кутаново во время Пугачевского восстания» тигән исем менән баҫылған. — С. Башк., 1969, № 97; БХИ, РЛ, № 211; БНТ,
ПЛ, № 246

(Яҙма ла, фото ла “Ҡыҙыҡлы топонимика” төркөмөнән алынды).

Комментарий (фекер):

Кабира Гибадуллина:

-Беҙ баләкәй саҡта ул мәсет урынына бара торғайныҡ. Ап-аҡ булып ята торғайны. Аҡ балсыҡтан булдымы икән кирбестәре, уныһын белмәйем. Үрге оста булған, хәҙер урынын теүәл генә хәтерләмәйем инде. Ә ауылдың яңы исеме Ҡотдан (Ҡотло данлы) тип аталған, тей торғайнылар инәйҙар. Һуңынан яйлап Ҡотанға әйләнгән инде.

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: