Һәр башҡорт тарихын яҡшы белергә тейеш, тип уйлайым. Уны киләсәк быуынға еткереү ҙә – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Минең тыуған ауылым Брәтәк Бөрйән районында, Брәтәк йылғаһының Нөгөшкә ҡойған ерендә урынлашҡан. Уның төньяғында Ҡоҙаш – Нөгөшкә, көнсығышта Ҡурғашлы Брәтәк йылғаһына ҡушыла.
Брәтәк йылғаһының тамағын Күкятыу, тиҙәр. Заманында унда ат йөҙҙөргәндәр, күперенән баш түбән һикереп, һыу ингәндәр. Ауылға ҡуйы урман терәлеп үк тора. Уның тирә-яғын Бәштин, Әрҙәкле, Кәзәтау, Айыу өңө, Айбикә, Юрматы тауҙары уратып алған. Бында бөтә төр ағас үҫә. Мүк менән ҡапланған ҡарағай урманында күк һәм ҡыҙыл көртмәле күп. Беҙҙә һирәк осраған һары һәм күк умырзая, ынйы сәскәһе, кәкүк ситеге лә бар.
Ауылымдың тәүге исеме Ятап була. Сөнки унда этап-этап каторжандарҙы оҙатыу өсөн махсус төрмә – ятаҡ урыны булған. «Каторжан» йыры ла ошо тарихҡа бәйле рәүештә килеп сыҡҡан тигән мәғлүмәт бар.
Брәтәк ауылы Белорет – Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Ул халыҡ телендә «Екатерина юлы» тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән – Петровск заводы менән бәйле. Белорет – Стәрлетамаҡ тракты иң тура юл булғас, Брәтәк аша Емельян Пугачевтың да, Салауат Юлаевтың да үтеүе ихтимал.
Ауыл исеменең килеп сығышы икенсе бер легенда менән дә бәйле. Аҫҡар ауылында йәшәгән Аҫҡар ҡарттың Арыҫланғол тигән улының Айбикә исемле ҡыҙы әхирәттәре менән шартыйға (беҙҙә ер еләген урындағы һөйләш телендә шулай тип йөрөтәләр) китә лә, уларҙан айырылып ғәйеп була. Ҡыҙҙар күпмелер ваҡыт үткәс кенә быны һиҙеп ҡала. Ҡайтып әйткәс, һыбайлылар эҙләп, бөтә ерҙе иңләп сыға. Ҡарамаған ер ҡалмай, йылға буйына ла килеп терәләләр. Бында эҙләй торғас, тамырға эләгеп торған сепрәк күҙгә ташлана. Был Айбикәнең күлдәк итәге була. Һыбайлылар йылға түбәненә сабып, оло һыуға килеп сыға. Был Оло Нөгөш икән. Эҙләүселәр шул урында туҡтаған. «Айбикәнең бер итәге генә тороп ҡалды», – тип уфтанған атаһы. Ошо дәүерҙән алып Айбикәнең күлдәк итәге табылған һыу Бер итәк йылғаһы тип атала башлаған, һуңынан Бритәк Брәтәк булып ҡалған. Ә Айбикә аҙашҡан тау әле лә Айбикә тауы тип атала.
Ауылдың көньяҡ-көнсығышында Айыу өңө тауы урынлашҡан. Йәшәгән ергә терәлеп тигәндәй торған был урында элек-электән айыуҙар күп булған. Әле лә ауыл халҡының малы күпселек ошо тауҙа юғала.
Айыу өңө менән Кәзә тауы араһында Нәстүш үҙәге урынлашҡан. Уның тарихы бына нисек: «Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп йөрөгән. Сөнки уларға малды туйҙырыу өсөн әленән-әле үлән күп үҫкән урын кәрәк булған. Беҙҙең ауыл кешеләре Нөгөш йорт исемле йәйләүгә йыл һайын барған. Тап ошо йәйге осорҙа ауылдағы иң бай ҡарт йәш ҡатын алырға була. Боронғо йола буйынса, кәләште дала яғынан алғандар. 14 йәшлек кенә ҡыҙ ата -әсәһен, тыуған ерен бик һағына. Һәр көн иртән тауға менеп йырлар булған.
Ваҡыт тиҙ генә үтеп торған. Бай йәш ҡатынын тыуған яғына ҡайтармаған. Килен һарғая башлағас, уға Нәстүш исемле әхирәте ҡасып ҡайтырға тәҡдим иткән. Килен байҙың иң шәп айғырына атланып, тыуған яғына сапҡан. Бай был хәлде белеп, бик асыулана, ҡасырға ярҙам иткән әхирәте Нәстүште еләк йыйып йөрөгәнендә язалатып үлтерә. Үҙе йәш ҡатыны артынан ҡыуа төшә. Хәҙер Нәстүш үлгән ерҙе Нәстүш үҙәге тип әйтәләр. Бай ҡатынын Яңы Һәйет ауылын үтеп киткәс ҡыуып етә. Ләкин ҡыҙҙың аты етеҙерәк булғас, тауҙы елеп кенә төшә. Бай тау башынан тороп ҙур-ҙур таштар тәгәрәтә башлай. Килен кеше уға: «Ҡара-ҡара, бынау ахмаҡтың таштары күкәй кеүек тәгәрәй», – тип ҡысҡырған. Был тау Күкәйтау тигән исем менән ҡалған».
Ә Брәтәк йылғаһының уң яҡ ярында, ауылды ыжғыр елдәрҙән һаҡлап, ғорур Кәзәтау тора. Бында элек-электән кәзә һаҡалы күп үҫкән. Аслыҡ заманында күгүләнгә баҫҡан балалар яҙ етеү менән ошо үләнде ашар өсөн тауға ашыҡҡан. Ә аҙаҡ, мал ишәйгәс, көтөү-көтөү кәзәләр ҙә был урынды үҙ иткән.
Тыуған ауылым ер-һыу атамаһына бик бай ул. Үҙ төбәгеңдең топонимикаһын белеү, йыйыу, өйрәнеү үҙебеҙ өсөн генә түгел, киләсәгебеҙ өсөн дә бик мөһим. Ул – беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ!
Илгизә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының XI класс уҡыусыһы.