Бөтә яңылыҡтар
Тарих
13 Май 2023, 10:25

Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте

Быйыл район тарихында тәүге тапҡыр күптәрҙең ҡәҙерле һәм ҡиммәтле өҫтәл китабына әүрелергә өлгөргән "Бөрйән энциклопедияһы" фәнни-популяр баҫмаһы донья күрҙе. Ошо мөһим ваҡиға уңайынан 12 майҙа Иҫке Монасип урта мәктәбендә районыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, социаль һәм иҡтисади тормошон үҙ эсенә алған китаптың исем туйы үтте.   Тулыраҡ – артабан.

Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдинов, муниципаль ресурс үҙәге етәксеһе, баҫманың төп әйҙәүсеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова һәм ошо китапҡа мәғлүмәт туплауҙа ярҙам иткән уҡытыусылар һәм педагогик хеҙмәт ветерандары йыйылды.

"Бик яуаплы, ҡатмарлы һәм күмәк көс талап ителгән эш башҡарылды. Район тарихына, уның шәхестәренә битараф булмаған эшсе төркөм һәм уны ойоштороп, етәкселек итеүсе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрованың фиҙаҡәр хеҙмәте менән ташҡа баҫылды ла инде был энциклопедия" - тине Венера Фәрит ҡыҙы һәм уларҙың барыһына ла китапты бүләк итеп, район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

"Уҡытыусылар тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙа, уны яҙып ҡалдырыуҙа һәр ваҡыт алғы рәттә йөрөгән. Әлеге энциклопедияны булырыуҙа ла педагогтарҙың роле ҙур", - тип уҡытыусы хеҙмәтен баһалап үтте үҙ сығышында Илшат Ғаяз улы. Ысынлап та, 1000дән ашыу шәхес тураһында дөрөҫ һәм ентекле мәғлүмәт туплап, уны яҙыу өсөн күпме ваҡыт, көс һәм һәләт талап ителә. Үҙ еренә, халҡына, киләсәгенә яратып ҡараған һәм был йөкмәтелгән бурысты ысын күңелдән башҡара алғандарҙың ғына хәленән киләлер бындай яуаплы эш.

“Бөрйән энциклопедяһы” – бөгөнгө көндә Башҡортостандың иң гүзәл төбәге – туризм сәскә атҡан районыбыҙҙың йөҙө, визит картаһы. Уны беҙ ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән һәр теләгән ҡунаҡҡа күрһәтә алабыҙ. Ә иң мөһиме – ул беҙҙең киләсәк быуындың ошо китапҡа мохтаж булыуы. Балалар был баҫма аша үҙенең быуын тарихын, шәжәрәһен өйрәнә. Үҙ тарихын онотмаған халыҡ ҡына ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Беҙ үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың үткән юлын, алдынғы шәхестәребеҙҙең илебеҙ үҫешенә индергән өлөшөн белергә, пропагандаларға бурыслыбыҙ. " - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты ошо китаптың уртаһында ҡайнаған уҡытыусыларҙың береһе Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова.

Исем туйы мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барып, ҡотло һәм нурлы байрам булып тарихта ҡалды.

 Әйткәндәй, Бөрйән энциклопедияһының Өфө ҡалаһындағы презентацияһы  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 16 майҙа 14.00 сәғәттә үтәсәк.

 

Динара Ҡотлобаева.

Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Бөрйән энциклопедияһының исем туйы үтте
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы
Читайте нас: