“Ҙур тарихтың бер бите. Ҡомартҡы. Ул замандарҙа фотоға төшөү бик ҙур ваҡига булған. Фото төшөү ҡыйбат торған, шуға ла һәр кем төшә алмаған. Трудоденгә эшләгән колхозсыларҙа аҡса булмагас, улар баҙарға сығарып йөн, йомортҡа йәки май һатып, аҡса эшләп, шунан ғына фотоға төшә алғандар.
Был фотола ғаилә башлығы - Буранов Моталлап Мотаһар улы (1893йылғы). Яҡшы кәйефтә шат ултыра. Был фото Бөрйән районы Һарт ауылында тыуып-үҫкән, әлеге көндә ХМАО округында йәшәүсе Рәмил Аллабирҙиндың ғаилә альбомынан, мәғлүмәт, фотолар “Пусть память живет” төркөмөнән алынды”, тигән яҙыуы ла бар.
-Моталлап олатайымдың һул яғында Мәликә өләсәй, уларҙың уртаһында Хәмиҙә-минең әсәйем, олатайымдың уң яғындаҒәлиә,уның бер туған һеңлеһе,өҫтә Халиҡ апа-олатайҙың иң оло балаһы,эргәһендә Фәтхиә инәй - Ғәлиә инәйҙең ҡыҙы, - тип аңлатма биргән Тимер ауылынан Гәүһәр Арыҫланғужина.
(Үткән быуат баштарындағы фото).