Бөтә яңылыҡтар
Тарих
3 Май 2023, 12:05

Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...

Был ҡашмауҙы ғалим Сергей Руденко 1905 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылында алған. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...

Ҡашмау Санкт-Перербургта Рәсәй этнография музейында һаҡлана.
Руденко ҡашмауҙың төҙөлөшөн ентекле һүрәтләй. Уның яҙмаларынан XX быуат башында ҡашмауҙы бөтә башҡорттар ҙа кеймәүе асыҡлана: «Бөгөнгө көндә башҡорттар йәшәгән төйәктең көньяғында, башлыса, меңдәр, табындар, юрматылар, инйәр-ҡатайҙар, тамъян-түңгәүерҙәр, бөрйәндәр һәм ҡыпсаҡтар ҡашмау кейә. Бынан яҡынса егерме йылдар элек үҫәргәндәр, тамъяндар, күбәләк-теләүеттәр, ә унан да алдараҡ ҡара табын-барындар, әйлеләр, көҙәйҙәр һәм ҡаңлылар был баш кейемен йөрөткән».

БАШКОРТТАР-БСТ төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

 

Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: