Бөрйән районында дүрт яғын тауҙар уратҡан бер уйһыу ғына урында, данлы Ағиҙел йылғаһына һыйынып ҡына Тимер ауылы урынлашҡан. Ауылдың тәбиғәте иҫ киткес гүзәл, һауаһы һулап туйғыһыҙ, ә халҡы ғәрсел, сәмле килеп тороп. Тимер ауылы кешеләре ер емертеп эшләргә лә, йырлап-бейеп күңел асырға ла өлгөрә. Егәрле халыҡ булһалар ҙа, улар бик баҫалҡы, бер ҡасан да беҙ шулай, беҙ шуны эшләнек тип, йә берәй нәмә даулап ҡысҡырышып йөрөмәйҙәр. Шуғалырмы, беҙҙең ауылда иҫке генә 9 йыллыҡ мәктәп, емерелеп барған мәҙәниәт йорто, шундай уҡ хәлдә фельдшерлыҡ пункты, тар ғына балалар баҡсаһы... юҡ, бер ҙә зарланырға теләмәйем мин, ә ошо ауылда гөрләтеп донъя көткән аҫаба халҡымдың килеп сығышы хаҡында бәйән иткем килә. Был тарихты миңә өләсәйем – Арыҫланғужина Хәмиҙә Моталлап ҡыҙы һөйләне. Ә мин уны һүҙмә һүҙ тырышып ҡына яҙып алдым, әйтелештәрен дә һаҡланым.
Тимер ауылында йәшәүсе халыҡ VII-VIII быуаттарҙа уҡ Тимер ҡарт тарафынан һалынған ауылда йәшәйҙәр. Олатай ҡарт Бабсаҡ бей Ҡыпсаҡ ырыуының батыры, уның улы Күҫәкбей бей, Күҫәк бейҙән Тимер ҡарт булған, Тимер ҡарттан тыуған Ҡолҡаман, Ҡолҡамандан тыуған Түрмән ҡарт. Бер ваҡыт Түрмән һунарға сығып китә. Тау төшкәс тә һыңар саңғы эҙе күреп ҡала. Артынан бара был. Абайлап ҡараһа, был заттың аяғы икәү булып сыға. Ә ул (был зат ) үҙе Бире затынан булып сыға. Ул болан тунап ятҡан була. Ҡапыл килеп сыҡҡан Түрмәндән шөрләп китә. Ҡурҡышынан боландың яртыһын Түрмәнгә бүлеп бирә. Көн кисләп китә. Ҡарағай ботағын яғалар ҙа, ошонда кисләргә булалар. Түрмән ит бешереп ашай, йоҡларға яталар, Бире тимер шеште алып утҡа һала. Бире һорай икән:
-Түрмән һин нисек йоҡлайһың?
Түрмән әйтә :
- Мин тыш-тыш итеп йоҡлайым, ә һин үҙең нисек йоҡлайһың?
- Мин йоҡлағанда ауыҙымдан ут сәсрәп, осҡондар борҙап тора, - ти Бире.
Бире йоҡлап киткәс, Түрмән уҙенең урынына бер сөрөҡ киҫкә килтереп һала ла Биренең йоҡлауын күҙәтә. Бире һикереп тора ла: “Түрмән ағай тыш итә, тимер шешем пыш итә,” - тип һамаҡлай- һамаҡлай сөрөк киҫкәне бешкеләй. Шул саҡ Түрмән бирене атып ебәрә. Ул яралана һәм тау тишегенә инеп китә.Түрмән ҡырҡ ҡосаҡ сыра әҙерләй ҙә уның артынан инә. Тау тишегендә өс ҡыҙы менән бер әбей ултыра икән. Әбей Түрмәндән:
- Һин иптәш нишләп килдең, ниндәй һөнәрең бар ?-тип һораған.
- Мин ауырыу кешеләрҙе йүнәлтәм , - тигән Түрмән.
Әбей Түрмәнгә:
- Ат башындай алтын бирермен минең ирем ауырый шуны дауала, -тигән.
- Миңә өс ҡыҙыңдың береһен бирһәң, шәбәйтәм , - тигән хәйләкәр Түрмән.
Әбей риза була .
- Минең дауам килешер булһа аҡырыр ҙа баҡырыр, ә һеҙ ҡамасаулап йөрөмәгеҙ уның янына килмәгеҙ , - тигән Түрмән.Түрмән Бирене сәнскеләп, бешекләп үлтерә.
-Ул талып йоҡлай өс көнһөҙ ҡарамағыҙ, - ти ҙә, ҡыҙҙарының береһен үҙе менән алып сығып китә. Ә теге тау ҡыуышындағы тишек хәҙерге көндә Ҡалҡаман мәмерйәһе тип йөрөтөлә. Уның был исемде йөрөтөүе – икенсе тарих.
Түрмән алып ҡайтҡан бире ҡыҙы менән оҙаҡ ғүмер итә. Шул ҡатындан туғыҙ ул тыуа. Тимер ауылында йәшәгән кешеләр ана шул бире затынан йәйелгәндәр. Шуға Тимерҙә йәшәүселәрҙе биреләр тип йөрөтәләр. Ауылдың халҡы Ҡарағай - ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай.Төп биреләр Һәйетбайҙар, беҙҙең нәҫел була.
Әдилә Арыҫланғужина, Тимер мәктәбе уҡыусыһы.