Шуныһы шатлыҡлы хәл – бер йыл үтеүгә атайым янына тып итеп әсәйем килеп тә төшә. Етмәһә, ҡыҙын етәкләп алған бит әле! Тып итеп килеп тә төшә, тип аптырағандан көлөп әйтәм инде. Бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп, бик күп михнәттәр аша үтеп, саҡ килеп йығыла әсәйем Бөрйәнгә. Ней юлды белмәй, ней кешеләрҙе белмәй, ней башҡорт телен аңламай, ней башҡорттар уның телен йүнләп аңламай. Шуның өҫтәүенә, ҡулында ике йәшлек кенә сабый. «Башҡорттарға рәхмәт. Ниндәй генә ауыл аша үтһәм дә, мине ситкә типмәнеләр, «халыҡ дошманы» ҡатыны тип рәнйетмәнеләр. Ашаттылар, эсерҙеләр, йоҡларға урын бирҙеләр, юлға аҙыҡ биреп оҙатып ҡалдылар. Юлдың бик әҙ генә өлөшө йә арбала йә машина башында үтте. Күп өлөшө йәйәү инде», тип һөйләр ине әсәйем. Ҡыҫҡаһы, мең михнәттәр аша үтә әсәйем, әммә, бәлки, кире боролорғалыр, тигән уй башына ла инеп сыҡмай. Уйлай китһәң, иҫ китмәле инде. Ә бына нисә ай килде икән ул Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә, аҙаҡ Өфөнән Бөрйәнгә - бына шуны һорашырға баш етмәгән. Ғаиләлә иң бәләкәй бала булғас, был турала уйлап та бирмәгәнмендер инде.
Бына ошолай беҙҙең ғаилә Бөрйәндә тормош көтә башлай. Урындағы халыҡ уларға бар яҡтан ярҙам итә. 1943 йылға беҙҙең ғаилә тормоштарын апаруҡ яйға һалып алған була. Әммә ошо йылды бер яҡтан шатлыҡлы, ә икенсе яҡтан борсоулы хәбәр килә – “Билал Калаидженең һөргөндә йөрөү ваҡыты тамамланды”. Бер яҡтан - һәйбәт, хәҙер атайым ирекле. Икенсе яҡтан ошо һорауҙы хәл итер кәрәк – кире ҡайтырғамы әллә бында ҡалырғамы?
Атайым ғаиләһе менән оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, Бөрйәндә ҡалырға ҡарар итә. Быны нимә менән аңлатып була икән? Атайым һөйләүе буйынса, Бөрйән тауҙары бер аҙ Төркиә тауҙарына тартым. Бәлки, ул шуға ҡалырға ҡарар иткәндер. Бәлки, һуғыш барған мәлдә ҡапылғара ҡайтып китеүе лә еңел булмағандыр. Ней булһа ла ғаилә Бөрйәндә ҡалырға ҡарар итә. Тормош был ҡарарҙың дөрөҫлөгөн аҙаҡ иҫбатлай. Атайым ун биш йыл үткәс кенә тулыһынса аҡлана. Был хәл 1958 йылдың август айында билдәле була. Һәм ошо мәлдән башлап ҡына атайыма кире элекке йәшәгән еренә ҡайтырға рәсми рөхсәт бирелә.
Әғләм Шәрипов.
(Был төрөктөң тетрәндергес яҙмышы хаҡындағы мәҡәләне тулыраҡ “Таң” гәзитенең 24 мартында донъя күрәсәк 12-се һанында уҡығыҙ).