Бөтә яңылыҡтар
Тарих
21 Сентябрь 2022, 09:20

Һөйөнсө! Бөрйән энциклопедияһы баҫылған!

Һөйөнсө, дуҫтар! “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә Бөрйән районының энциклопедияһы донъя күргән. Был хаҡта “Башкирская энциклопедия”ның сайтында мәғлүмәт бар. Был турала тулыраҡ – артабан.

Һөйөнсө! Бөрйән энциклопедияһы баҫылған!
Һөйөнсө! Бөрйән энциклопедияһы баҫылған!

Сайтта хәбәр итеүҙәренсә, район энциклопедияһы (“Бурзянская энциклопедия”) ике өлөштән тора.

Тәүге өлөшө райондың географик урыны, тарихының мөһим этаптары, хужалыҡтар, мәғариф, мәҙәниәт үҫеше тураһындағы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған.

Инеш мәҡәләлә шулай уҡ 1939 йылдан алып халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре урынлаштырылған.

Икенсе өлөшөндә административ-территориаль берәмектәр, районда ниндәй ырыуҙар вәкилдәре йәшәүе, башҡорт олоҫтары, бөткән ауылдар тураһында һ.б. мәғлүмәттәр урын алған.

Биографик мәҡәләләрҙә райондың фән, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәләрендә уңыштарға өлгәшкән билдәле кешеләре - дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәргә эйә булған райондаштар, дәүләт һәм район премиялары лауреаттары хаҡында уҡырға  мөмкин.

Китапта 1600-ҙән артыҡ биографик һәм аңлатмалы мәҡәләләр алфавит тәртибендә урынлаштырылған. Төрлө фотографиялар, таблицлара һәм карталар иллюстрация материалдары итеп бирелгән.

Энциклопедия Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең заказы буйынса әҙерләнгән.

Шулай итеп, Ә. Сөләймәнов музейы етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендәге төркөм районыбыҙ тарихын киләсәк быуындарға еткереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарған.

(Был энциклопедия тураһында алдағы көндәрҙә гәзиттә уны төҙөүселәр менән бергә ентекләберәк хәбәр итербеҙ).

Сығанаҡ: (http://www.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-novosti/403-v-gaun-rb-bashkirskaya-entsiklopediya-podgotovlena-burzyanskaya-entsiklopediya ). 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: