Бөтә яңылыҡтар
Тарих
16 Сентябрь 2022, 12:55

Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә - ҙур аҙым

Күптән түгел Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Олатайҙарҙың тарихы бар...” («Есть история у дедов…») тип исемләнгән конференция үтте. Уның сиктәрендә БР Башлығы гранттары еңеүсеһе булған “Башҡортостан тарихында ауылдарҙың тарихы” («История села в истории Башкортостана») төбәк мәғлүмәт-ағартыу акцияһы”на йомғаҡ яһалды.

Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә - ҙур аҙым
Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә - ҙур аҙым

Сара күренекле тарихсы Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә бағышланды.
Унда БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостандағы ауылдар тураһында ентекле белешмә төҙөлгән. Унда ауылдар, уларҙың тарихы, тәүге күсеп ултырыусылар, ревизия мәғлүмәттәре буйынса халыҡ үҫешенең динамикаһы, халыҡ иҫәбен алыу, ауылдарҙың инфраструктураһы, географик урынлашыуы һәм административ урыны буйынса ентекле мәғлүмәт тупланған.


Баҫманы әҙерләгәндә “Башҡорт энциклопедияһы” хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән төбәк энциклопедияларын әҙерләү методикаһы ҡулланылған. Улар был баҫмаға мәҡәләләр яҙыу һәм мөхәррирләү эшендә лә әүҙем ҡатнашҡандар. Шулай уҡ БР Крайҙы өйрәнеү йәмғиәтенең урындағы бүлексәләре, райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре, архив, музей белгестәре әүҙем ҡатнашҡан.


Авторҙар коллективы – 80 кеше. 7700 ауыл һәм ҡаланың, шул иҫәптән бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә 6700 ҡала һәм ауылдың тарихы теүәлләнгән, тулыландырылған.
Энциклопедияла республикалағы ауыл һәм ҡалалар тураһында 6 мең мәҡәлә (шул иҫәптән юҡҡа сыҡҡан ауылдар тураһында ла), 250-нән ашыу иллюстрация урын алған. Был китаптың тиражы – 2 000.


«Населенные пункты Башкортостана» тигән энциклопедияның онлайн-версияһы ла бар. Унда мәҡәләләрҙең иллюстрациялар менән тулыраҡ варианттары һәм сығанаҡтары күрһәтелгән. Бынан тыш, РФ субъекттарындағы башҡорттар йәшәгән ауылдар тураһында ла мәғлүмәттәр урын алған.


-2019 йыл аҙағында “Башҡортостан Республикаһы крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте” рәсми рәүештә теркәлде. Крайҙы өйрәнеү буйынса проекттарға, китаптар сығарыуға ярҙамды әүҙемләштерҙек, тикшеренеүселәр өсөн дәүләт архивтарын астыҡ һәм һанлы форматҡа күсерҙек.


Шул мәлдән алып 12 баҫма донъя күрҙе, республика райондарында күп һанлы конференциялар үткәрелде, йыл һайын республика масштабындағы форумдар ойошторола. Икенсе төрлө әйткәндә, тарихты өйрәнеүселәрҙең энтузиазмына дәүләт ярҙамы ла өҫтәлде, - тип билдәләне БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов.
Беренсе вице-премьер һүҙҙәренсә, был фәнни эш – билдәле ғалим, тынғыһыҙ эҙләнеүсе, әллә күпме тарихсылар әҙерләгән һәм Башҡортостан халҡы йәшәгән ауыл-ҡалаларҙы өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың эшен дауам итеү.


“Населенные пункты Башкортостана” китабыреспублика китапханаларына һәм белем биреү учреждениеларына тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, Конгресс-холда үткән ҙур сарала Бөрйәндән крайҙы өйрәнеүсе Дамир Зиннәт улы Аллабирҙин да ҡатнашты.
-Ошо китапты булдырыуҙа үҙемдең дә өлөшөм булыуына бик ҡыуанам, - ти Дамир Зиннәт улы.


Энциклопедияла республикалағы һәр район, ундағы ауылдар тураһында мәғлүмәттәр бар. Бөрйән районы тураһында мәғлүмәттәр баҫманың 295-304-се биттәрендә урынлашҡан. Шуныһы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә – унда бөткән ауылдар хаҡында ла мәғлүмәттәр урынлаштырылған.


Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә тағы бер ҙур аҙым яһалыуы бик ҡыуаныслы. Сөнки үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ.

Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә - ҙур аҙым
Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә - ҙур аҙым
Төйәк тарихын мәңгеләштереүгә - ҙур аҙым
Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: