“Шүлгән-Таш” музей комплексы бик һирәк экспонатҡа – “Батырҙар тураһында эпос” (“Эпос о батырах”) тигән китапҡа эйә булған. Был “Аҡбуҙат” эпосы баҫмаһы. Ул - үткән быуаттың 40-сы йылдары тирәһендә, авторы Мөхәмәтша Буранғолов репрессияға эләккәндән һуң, тиражы тулыһынса юҡ ителгән баҫма.
Ул мәлдә китаптың тәүге баҫмаһынан ни бары бер нисә генә данаһы имен ҡала. “Шүлгән-Таш” музейына эләккән экспонат корректура өсөн баҫылып, мөхәррирҙәр ҡулында ғына ҡалған булған. Унда корректорҙарҙан түбәндәге яҙыу һаҡланып ҡалған: «110 страниц, перепечатать. На ошибки на стр. 63,65, 166 и 190 дать опечатки».
Төп тираж юҡ ителгәндән һуң редакторлау өсөн баҫылған материал кемдеңдер хәстәрлеге менән ҡаты тышлыҡҡа тышлана.
“Был бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә китап. Радищевтың “Путешествие”һы һымаҡ, донъяла улар бер нисә генә бөртөк ҡалған. Шуның берәүһе һинеке буласаҡ. Яҡшы һаҡла” - баҫманың элекке хужаһы, яҙыусы Ғайнан Әмири үҙенең дуҫы, коллегаһы Йыһат Солтановҡа ҡалдырған ваҡытта китапҡа шундай яҙыу яҙған.
Билдәле булыуынса, Мөхәмәтша Буранғолов репрессия тәгәрмәсенә бер нисә тапҡыр эләккән. Һуңғы тапҡыр – 1950 йылда “буржуаз милләтселектә һәм үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының тарихын үҙгәртеп бәйән иткән өсөн” ғәйепләнеп, 10 йылға һөргөнгә ебәрелә.
Күп ауырлыҡтар кисереүгә ҡарамаҫтан, үҙенең ғүмер юлында Мөхәмәтша Буранғолов халҡыбыҙҙың күп һанлы ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйып, баҫтырып ҡалыуға өлгәшкән. Ул мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алған. Шулай уҡ “Ете ырыу”, “Юлай һәм Салауат”, “Алпамыша”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”, “Ҡобағыш сәсән” эпос-ҡобайырҙарын һәм халҡыбыҙҙың башҡа тел гәүһәрҙәрен яҙып алып, килер быуындарға тапшырған.
“Аҡбуҙат” эпосын ул хәҙерге Көйөргәҙе районының Бабалар ауылында Ғәтиәтулла Бикҡужиндан 1917 йылда яҙып алған. Ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған. Машинкала баҫтырылған тексы (латин графикаһында) Фәндәр академияһының Фәнни архивында һаҡлана. Уның сканерланған варианты “Шүлгән-Таш” музейында үҙ урынын аласаҡ.
“Аҡбуҙат” эпосынын раритет баҫмаһын “Шүлгән-Таш” музей комплексының “Эпос “Урал батыр” тигән тематик залында күрергә мөмкин буласаҡ.
(“Наследие Башкортостана” тигән төркөмдәге мәғлүмәттәр файҙаланылды).