Кешелеккә улар күптән билдәле булған. Гигант кешеләр, атланттар, титандар, великандар, йәки беҙҙеңсә әйткәндә, алпамышалар күп халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында телгә алына. Боронғо эллиндар уларҙы Аллаларға тиңләгән. Инглиздарҙың король Артур тураһындағы эпик ҡомартҡыһында король рыцарҙарының аждаһалар һәм алпамышалар менән алышыуыҙары бәйән ителә. Филология фәндәре докторы, академик Әхмәт Сөләймәнов менән әңгәмәләшкәндә ул башҡорт халҡында ла алпамыша тураһында легенда барлығын, яуға йөрөгәндә уның торҡаһын (шлемын) айырым арбала алып йөрөгәндәрен, ҡайҙалыр уның ҡәберенең дә барлығын әйткән ине.
Билдәле, халыҡтың үткәнен, уның кәсебен, көнкүрешен, ышаныуҙарын өйрәнгәндә мифология мөһим тархи сығанаҡ булып тора. Ә инде легендарларҙа осраған алпамыша, аждаһаларҙы, бигерәк тә фәнни атеизм рухында тәрбиәләнгән осорҙа, мистика, халыҡ фантазияһы тип ҡарап өйрәнгәнбеҙ.
Әммә алпамышалар тураһында документаль ҡомартҡы сығанаҡтар булыуы, уларҙың фантастик зат түгел, ә ысынбарлыҡта булыуҙарын дәлилләй.
Һүҙ 922 йылдың яҙында башҡорт ере аша Болғарға сәфәр ҡылған «Әхмәт Ибн Фаҙландың юлъяҙмаһы» тураһында бара. Болғар батшаһы Алмуш – элтабарҙың Ибн Фаҙланға һөйләгәндәренән: «Минең алға бейек буйлы, мөһабәт кәүҙәле кеше килеп баҫты. Минең терһәк менән иҫәпләгәндә, уның оҙонлоғо 12 терһәк булғандыр, һәм, ни күрәйем уның башы иң ҙур ҡаҙан хәтле, танауы бер ҡарыштан да оҙонораҡ.
... Әлеге алпамыша бер мөддәт миндә ҡалды, сабый уға ҡарау менән үлә, йөклө ҡатын уға ҡарау менән балаһын төшөрә икән. Кешене тотоп алһа, ике ҡулы менән үлтергәнсе һыға ине. Быны күргәндән һуң мин уны бейек ағасҡа аҫып ҡуйҙым, ул шунда үлде. Уның һөйәктәрен һәм башын күрергә теләһәң, әйҙә минең менән. Мин иһә «Валлаһи, бындай нәмәләрҙе бик яратам», - тинем. Шулай итеп, ул мине бер урманға алып барҙы, бер ағас төбөндә тегенең һөйәктәре һәм башы ята ине. Мин уның башының оло ҡаҙан, ҡабырғаларының ҙур хөрмә ботаҡтары кеүек икәнен күрҙем. Уның ике аяғының һәм терһәгенең һөйәктәре лә бик эре ине. Мин быға ғәжәпләндем һәм кире әйләнеп ҡайттым.»
Ибн Фаҙлан сәйәхәтенән һуң 2 быуат үткәс, XII быуат башында болғар, башҡорт ерҙәренә икенсе ғәрәп сәйәхәтсеһе Абу Хәмит Әл-Ғарнати килә һәм түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра.
«… Башҡорт илендә фил дәүмәле ҡырағай үгеҙҙәр бар. Бер үгеҙ тиреһен ике көслө ҡасыр йөрөтә, ә башын арбаға тейәйҙәр. Уларға һунар итәләр һәм уларҙы сайтал тип атайҙар. Был бик ҡыҙыҡлы хайуандарҙың береһе. Ите һимеҙ, тәмле. Мөгөҙҙәре фил теше кеүек ҙур, оҙон».
Археологик ҡаҙылмалар күрһәтеүенсә, ике мөгөҙ араһының оҙонлоғо ике метрҙан ашҡан гигант бизондарҙың Төньяҡ Америкала йәшәүҙәре билдәле. Уралдағы гигант угеҙҙәрҙең уларҙың ҡәрҙәштәре булыуы ихтимал.
«Был илдә мин ад ҡабиләһенән күп ҡәберлектәр күрҙем. Миңә бер ҡәберҙән алғы тешенең тамырын алып бирҙеләр. Уның киңлеге бер ҡарыш, ә ауырлығы 1200 мыҫҡал. Ә береһенең сираҡ һөйәге шул тиклем ауыр, мин бер ҡул менән ул һөйәктәрҙе ерҙән күтәрә алманым. Болғарҙа мин ад тоҡомонан кеше күрҙем, мин уның биленән инем. Ул көслө ине, салынған йылҡының һөйәктәрен һындыра, тиреһен бик тиҙ һыҙырып ала, тарамыштарын өҙә. Мин ул тиҙлектә йылҡыны балта менән турай алмаҫ инем. Ә болғар батшаһы уға кольчуга эшләткән, уны һуғышҡа арбаға һалып йөрөйҙәр. Ә торҡаһы уның тимерҙән, ҙур ҡаҙан кеүек. Ул һуғышта имәндән эшләнгән ҙур, оҙон суҡмар менән алыша ине. Был суҡмарҙы ҡәҙимге ир кеше күтәрә алмай, ә ул уның һыңар ҡулында таяҡ кеүек кенә. Кеше, уның ҡаршыһына килеүен күрһә, ҡаса. Шуға ҡарамаҫтан, ул кешелекле, ғәҙел, тоғро һәм тыныс ине».
Ошо юлдарҙы уҡып сыҡҡас, беҙҙең Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Хөсәйенова Ғылмисафа инәйҙең һуғыш йылдарында урманда ағас буйлы бик ҙур кешегә осрауы тураһында кешенән яҙа-йоҙа ишеткән хәбәр иҫкә төштө. Ғылмисафа инәйҙе күреп, түбәндәгеләрҙе һөйләтеп алдым: «1942 йылдың йәйендә Ҡуян кәлтәгәүендә алмашлап «Партизан» колхозы фермаһы малдарын көтә инек. Минең менән бергә Исрафил һәм Мөжәүер исемле ҡәйнештәрем дә бар, улар бәләкәй малайҙар ине. Бер саҡ минән 30 метр самаһы алыҫлыҡта, ағас араһынан Ҡайын йорт йылғаһына төшөп барған бик ҙур яланғас кешене күреп ҡалдым. Буйы ағас бейеклеге тиклем бар ине»,- тигәс мин яҡынса күпме икәнен һораным. Беҙ инәйҙең ишек алдында ултырабыҙ. «Сама менән ошо өй бейеклеге була яҙалыр. Мин ул кешене бына һине нисек күрәм, шулай асыҡ ҡына күрҙем. Башын минең яҡҡа бороп ҡарап үтте, күҙҙәре ҙур, ҡарашы ауыр. Елкә, беләк мускулдары асыҡ күренә ине, тиреһе ябай кешенең тиреһе төҫөндә, саҡ ҡына ҡуңырыраҡ. Ул атлап йылғаға төшөп китте. Шул ыңғайы йөрәк, башым ауыртып китте, ҡоҫтора башланы. Малайҙар шаярып килеп ул әҙәмде күрмәй ҡалдылар. Минең, ауырып, атларға ла хәлем юҡ. Малайҙарға, берегеҙ ҡайтып кеше алып килегеҙ, тип әйтеп ҡарайым, ташлап ҡайтманылар. Мине һөйрәп тигәндәй алып ҡайтып еткерҙеләр. Ферма мөдире Һатыбалов Мөхәррәм бабай ине. «Нишләп малдарҙы алып ҡайтмай туҙҙыратып бөттөгөҙ», - тип әрләй. «Еңгәбеҙ үлеп бара», - тип малайҙар илай. Мөхәррәм бабай мине өшкөрөп, сүрәләрен уҡып, кеше итеп ебәрҙе. Улым Хәйҙәр бер-нисә айлыҡ ҡына ине, мин тамам һауыҡҡансы уны имеҙергә ҡушманылар. Мөхәррәм бабай: «Мин һеҙҙе иҫкәртергә онотҡанмын, ул электән кешеләргә был ерҙә осрай. Әлдә эргәңдә малайҙар булған, улар булмаһа, һиңә ҡағылыр ине. Кешенең йөрәген һурып ала ул», - ти. Әле бына әле күпме йылдар үтһә лә йөрәгем ҡалтырай башланы».
Ғылмисафа инәй улы Хәйҙәр, килене Фәниә менән гөрләтеп донъя көттөләр. Улы менән килене уҡытыусылар, ауылдың ихтирамлы кешеләре булды.
Яңы Монасип ауылында йәшәүсе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Йәғәфәрова Шәмсинур апай ҙа миңә ҡыҙыҡлы бер ваҡиға һөйләгән ине. «1962 йылдың ҡышы ине. Мин 4-се синыфта уҡыйым. Бер мәл төнгө сәғәт 12-ләрҙә арифметиканан күнегеүҙәр эшләй алмай, ярҙамға Фазулла ағайымдарға киттем. улар ауылдың үрге осонда, иң һуңғы өйҙә йәшәйҙәр ине. Ҡапҡа төбөнә барып еткәс, тәҙрәнән төшкән шәм яҡтыһында, юл аша, телефон бағанаһы янында баҫып торған бик ҙур кешене күреп ҡалдым. Буйы бағана тиклем ине, ҡараңғыла йөҙөн шәйләп булманы. Ҡултыҡ аҫтына нимәлер, балаһын булһа кәрәк, ҡыҫтырып алған ине. Кейем-фәләне юҡ. мин уны күргәс илай-илай ҡапҡаны дөбөрләтә башланым. Ҡапҡаны асып индерҙеләр, ингәс тә тышта ҙур кеше тороуы тураһында әйттем. Тәҙрәнән ҡарауға кеше юҡ ине инде. Икенсе көндө эҙҙәрен дә ҡарамағанбыҙ. Шунан һуң кис урамға сығырға ҡурҡтым».
Иҫке Монасип ауылында заманында ҡарттар йорто булды. Унда йәшәгән Ағзам бабай Алтынбаев 60-сы йылдар уртаһында Нөгөш буйынан Тимер ауылына ҡайтышлай, йәй көнө, урманда, юлдан ситтәрәк, бик ҙур яланғас әҙәмдең ағас араһынан ҡарап тороп ҡалыуын һөйләгән ине. Үкенескә ҡаршы, был алпамышаны күргән башҡа кешене осратырға тура килмәне. Бәлки, тағы күреүселәр барҙыр.
Ҡайһы берәүҙәр уны ҡар кешеһе менән йәки чучууналар менән бутай. Алпамышаларҙың уға ҡыҫылышы юҡ. Ҡар кешеһенең барлығы әлегә иҫбатланмаған, ышаныуы ҡыйын. Ә чучууналар, йәки таш быуат осорондағы йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалған, мәмерйәләрҙә йәшәгән айырым бәләкәй кеше төркәмдәре XIX быуат аҙағына тиклем Себерҙә, Яҡутияла осрайҙар.
Беҙ телгә алған алпамышаларҙың, Гималай мәмерйәләрендә оҙайлы медитация хәлендәге гиганттарға туғанлыҡтары булыуҙа шик юҡ. уларҙың борон да аҙ һанлы булыуҙары аптыраулы түгел. Тәбиғәттә тереклектең һаны уның биомассаһына бәйле. Биомасса ни тиклем ҙур булһа, уға туҡланыу өсөн ҙурыраҡ ареал, майҙан кәрәк. Тик уларҙың юҡҡа сығыуы әлегә сер булып ҡала. Шулай ҙа киләсәктә беҙгә үҙебеҙҙең гигант ҡәрҙәштәребеҙҙе күреү мөмкинлеге булыр, бәлки.
Заһир Дәүләтбирҙин
(«Таң» гәзите №12, 1 февраль 2020 йыл)