Әлбиттә, мәмерйәне урындағы халыҡ был ваҡытҡа тиклем дә белгән була һәм уны Ташөй тип йөрөтә. Киң билдәле эпос менән бәйле Шүлгән исеме һуңғараҡ ҡулланылышҡа инә. Хәҙерге ваҡытта рәсми рәүештә мәмерйә ике исем менән – Шүлгәнташ һәм Капова тип аталып йөрөтөлә. Данлыҡлы мәмерйә «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығының 51-се кварталында урынлашҡан һәм тәүлек әйләнәһенә һаҡлана. П. Рычковтың килеүенән һуң 10 йыл үткәс, Иван Лепехин экспедицияһы эшләй һәм шулай уҡ мәмерйәнең схемаһын төҙөп, уны ентекле һүрәтләү эштәрен башҡара. Был ике ғалимдан һуң мәмерйәне тикшереүсе әллә күпме экспедиция була, әммә уның әһәмиәтен арттырырлыҡ, донъя кимәленә сығарырлыҡ, был ерҙәрҙе данларлыҡ асыш тик 1959 йылдың ғинуарында ғына яһала.
1958 йылдың сентябрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы барлыҡҡа килә, 1986 йылда ул «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы булараҡ айырым юридик ойошмаға әйләнә. Яңы ғына филиал булараҡ эш башлаған ойошмаға ошо уҡ йылда өлкән ғилми хеҙмәткәр булып Мәскәүҙән зоолог, биология фәндәре кандидаты Александр Рюмин килә. Мәскәү ғалимының төпкөлдә урынлашҡан ҡурсаулыҡҡа эшкә килеүе мөғжизәгә тиң. Әммә быны осраҡлыҡ тип әйтеп булмай, сөнки ул был төбәккә үҙенең маҡсатына ярашлы, ышанып килә: үҙенең Көньяҡ Урал тәүтормош мәҙәниәт үҙәге үҫеше теорияһын иҫбатлар өсөн тап ошо төбәкте һайлай ул. Уйлап ҡараһаң, ойошма өсөн бынан да ҙурыраҡ уңыш булыуы мөмкинме һуң – 1958 йыл аҙағында ғына барлыҡҡа килгән, ә икенсе йылдың тәүге айында биләмәһендә донъя кимәлендәге асыш та яһалған!