Бөтә яңылыҡтар
Тарих
14 Июнь 2018, 18:38

Германия музейында 1812 йылғы Ватан һуғышы дәүерендәге башҡорт ҡормандары һәм уҡтары табылған

Германия музейында 1812 йылғы Ватан һуғышы дәүерендәге башҡорт ҡормандары һәм уҡтары табылған. Ошо хаҡта Германияла йәшәүсе яҡташыбыҙ, журналист һәм режиссер Нәсүр Йөрөшбаев хәбәр итте.

Германия музейында 1812 йылғы Ватан һуғышы дәүерендәге башҡорт ҡормандары һәм уҡтары табылған. Ошо хаҡта Германияла йәшәүсе яҡташыбыҙ, журналист һәм режиссер Нәсүр Йөрөшбаев хәбәр итте.



«Өс йыл элек Германияның Эрфурт музейында миңә Наполеон дәүерендәге башҡорт яугирының ҡорманын табыу бәхете тейеү тураһында «Петерсберг цитаделенән дүрт ҡорман» тигән мәҡәлә яҙҙым. Эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә булдым һәм быйыл майҙа минең үтенес буйынса музей хеҙмәткәрҙәре һаҡлағыстарҙан тағы өс ҡорман һәм туғыҙ уҡ сығарҙы. Боронғо әйберҙәр яҡшы торошта һаҡланған һәм улар – уникаль», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Нәсүр Йөрөшбаев.


Уға бөтә ҡомартҡыларҙы фотоға төшөрөргә, үлсәргә, еҫкәргә һәм тотоп ҡарарға рөхсәт иттеләр, тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.


«Был экспонаттар – беҙҙең ҙур хазина, — тине музей директоры Айдам әфәнде. – Ошо ҡомартҡыларҙың нәҡ беҙҙең музейҙа һаҡланыуы менән беҙ бик ғорурланабыҙ», – тип өҫтәне ул, минең ҡулыма ҡорманды тапшырып.


Режиссер Башҡортостан Милли музейында ҡормандар күргәҙмәһе ойоштороу мөмкинлеге тураһында килешкән. Әле ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә.

Үҙ сиратында Нәсүр Йөрөшбаев Эрфурт ҡалаһы музейына башҡорт ҡурайын һәм үҙенең «Сена өҫтөндә ҡурай моңо» документаль фильмын бүләк итте.


Читайте нас: