

Ҡолғана балалар баҡсаһында сабыйҙарға йылы һәм уңайлы мөхит булдырылған.
20-нән ашыу балаға йөрәк йылыһын биреүсе тәрбиәсе Гөлфиә Мөхәмәҙиева Байғаҙы ауылында тыуып-үҫкән. Урта белемде Баймаҡ интернат-лицейында алғандан һуң, Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай. Хеҙмәт юлын Мораҙым ауылында башлай. Артабан төрлө мәктәптәрҙә - Яңы Мөсәт, Өфө районының Алексеевка ҡасабаһы һәм Яңы Усман, Байғаҙы ауылдарында эшләй. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп уңышлы тамамлай.
Яҙмыш еле уны Ҡолғана ауылына алып килә. Ул тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә һәм 2018 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бар көсөн һала.
Гөлфиә Рәмзи ҡыҙы өсөн эш тә, ғаилә лә берҙәй ҡәҙерле. Улар тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй. 27 йыллыҡ хеҙмәт стажының 8 йылын ғына балалар баҡсаһына бағышлаһа ла, был өлкәлә ул үҙен ысын оҫта итеп танытырға өлгөргән.
Татыу коллективта уның менән бер рәттән күп йылдар дауамында тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр - тәрбиәсе Резеда Әхмәтова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлнур Мөхәмәтова, ашнаҡсы Гөлсөм Айытбаева эшләй.
Бөгөн балалар баҡсаһына 1,5 йәштән алып 6 йәшкә тиклемге 22 бала йөрөй.
“Һәр бәләкәс - үҙенсәлекле шәхес, айырым донъя. Уларҙың күңеленә юл таба белеү мөһим. Кескәйҙәр балалар баҡсаһына теләп йөрөһөн өсөн тәрбиәсенең яғымлы мөнәсәбәте, асыҡ йөҙө кәрәк”, - ти Гөлфиә Рәмзи ҡыҙы.
Балаларҙың һәләтен асыу маҡсатында тәрбиәсе заманса алымдар ҡуллана, тирә-яҡ мөхитте уйын аша танытырға тырыша. Төрлө саралар, йолалар, конкурстар ойошторола, уларҙа балалар ҙур теләк менән ҡатнашып, призлы урындар яулай.
“Һәр бала саф күҙҙәре менән һиңә ышанып баға. Уларҙың хатта бәләкәй генә уңышына ла бергәләп ҡыуанаһың. Шуға күрәлер, эштән бер ҙә арымайым, киреһенсә, балалар менән мәж килеп уйнап, көс алып ҡайтҡандай булам”, - ти ул, балаларҙы һәм үҙ эшен ихлас яратҡанына дәлил итеп.
Ата-әсәләр һәр саҡ иғтибарлы, ярҙамсыл, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. “Был тәңгәлдә айырыуса ата-әсәләр комитетына ҙур рәхмәтлемен. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ тәрбиәселәрҙе байрам менән ҡотлайым. Тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйем!” - ти Гөлфиә Мөхәмәҙиева.
Кескәйҙәрҙең шат йылмайыуын, уларҙың нескә генә күңелен аңлау һәм үҫтереүҙе оло бәхеткә һанаған Гөлфиә Рәмзи ҡыҙына киләсәктә лә уңыштар насип булһын.