

Ул 1993 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, уҡытыусы булып эш башлай. Әммә тормош үҙ төҙәтмәләрен индерә - ауыл мәктәбе 4 йыллыҡҡа ҡалдырылғас, ул яратҡан эшенән айырылырға мәжбүр була һәм, яңы һөнәр үҙләштереп, шул ваҡытта асылған Кейекбай балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә килә. Был аҙымына һис тә үкенмәй, сөнки ул үҙенең күңеленә тап килгән урынды таба.
-Кескәй балалар менән эшләү, улар менән бергә булыу минең өсөн йәшәү рәүеше, күңел торошо. Балалар эскерһеҙ, ихлас, алдашыуҙы белмәйҙәр, - ти Нәзирә Вәки ҡыҙы.
Коллективта балаларҙы, үҙ эшен яратҡандар ғына эшләй. Балаларға төрлө байрамдар, конкурстар, ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Тәрбиәләнеүселәр район кимәлендәге (“Өмөтлө киләсәк, “Йәш рәссам”, “Оҫта ҡулдар”) һәм интернет конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар, урындар яулайҙар.
Ата-әсәләр менән яҡшы бәйләнеш булдырылған - шәхси әңгәмәләр, төрлө байрам саралары үткәрелә. “Ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләр беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп, ярҙам итергә әҙер генә торалар”, - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә тәрбиәсе.
Нәзирә Сафинаның эшендәге төп йүнәлештәрҙең береһе - балаларға халҡыбыҙҙың рухи байлығын тапшырыу.
Ул кескәйҙәрҙә башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, уларҙы туған телдәрендә матур һәм дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Уның был изге ниәте һәр дәресендә, һәр уйында сағылыш таба.
Бөгөн баҡсаға ни бары туғыҙ бала йөрөй. Ҡатнаш төркөм булғас, һәр балаға шәхсән ҡараш талап ителә. Быйылғы уҡыу йылында өс тәрбиәләнеүсеһен мәктәпкә оҙатҡандар, киләһе йылға ла өс бала мәктәпкә әҙерләнә.
Дәртле, илһамлы кеше булғас, Нәзирә Вәки ҡыҙы үҙе лә төрлө ярыш-конкурстарҙа ҡатнашырға ваҡыт таба. Бер нисә тапҡыр “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында көсөн һынап, төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған. Районда, ауыл мәҙәниәт йорто тарафынан үткәрелгән сараларҙа ла ихлас ҡатнашып, әүҙем тормош алып бара ул.